+9 °С
Болотло
"Йәйғор" балалар баҡсаһы коллективы ауыл тормошонда ла, район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнашалар. Балаларға фәһемле тәрбиә биреп кенә ҡалмайҙар, уларҙың һәр башланғысын да хуплап алырға әҙер улар.
Бөгөнгө үткәрелгән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла улар әүҙем ҡатнашҡан, Афарин!
Шулай уҡ, балаларға патриотик тәрбиә биреүсе тәрбиәселәр Бөйөк Еңеү көнөнә арналған "Георгий таҫмаһы" акцияһына ла ҡушылған.