Уларҙы питомниктан йәки фирма магазиндарынан һатып алыуға өҫтөнлөк бирегеҙ: үҫентеләр уларҙың тамырын һаҡлаусы тупраҡ, торф йәки башҡа дымлы материалдар һалынған махсус контейнерҙарҙа, пакеттарҙа һатыла.
Үҫентеләрҙе һатып алыр алдынан рауза сорттары, уның ниндәй бейеклектә, ҡуйылыҡта үҫеүе, сәскәләренең оҙаҡ тороу-тормауы менән алдан танышығыҙ.
Үҫентеләр башҡа сорттар менән ҡушылғанмы-юҡмы, әллә үҙ тамырынан сыҡҡанмы, ҡайһы сорт – асыҡ грунтта, ҡайһыһы оранжереяла үҫеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ. 2 – 3 йәшлек үҫентеләрҙе һайлаһағыҙ, бер ҙә отолмаҫһығыҙ – улар яңы урынына тиҙерәк яраҡлашып үҫеп китә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: прививкаланған үҫентеләр үҙ тамырынан сыҡҡандарына ҡарағанда көслөрәк була һәм тупраҡҡа тиҙ яраҡлаша.
Рауза үҫентеһен һайлағанда ағасланған 2 – 3 ботағы булғандарын алығыҙ.
Был ботаҡтар йәшел, әммә һулымаған булырға тейеш. Үҫентеләрҙең ботағында һәм япрағында бер ниндәй ҙә тап булмаһа, тамырҙары ныҡ һәм бөрөләре асылмаһа, тимәк, раузалар сәләмәт. Һатып алған үҫентеләрҙе баҡыр купоросы (10 л һыуға 30 г) йәки фундозол (10 л һыуға 1 аш ҡалағы) иретмәһенә тығып дезинфекциялағыҙ.
Үҫентенең тамырҙары кипкән булһа, уны бер тәүлеккә һыулы күнәккә тығығыҙ. Үҫентеләрҙе алғас та ултырта алмаһағыҙ, тамырҙарын еүеш сепрәккә йәки ҡағыҙға төрөгөҙ.