Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Май 2024, 12:00

Данлы исеме ҡайтты

Йомағужиндар ырыуының алдынғы ҡарашлы ҡыйыу шәхесе, әсәйемдең бер туған ағаһы, олатайым Йомағужин Ҡорманғәле Исҡаҡ улы 1904 йылда Олоһаҙ ауылында күп балалы Гөлйәүһәр һәм Исҡаҡ Йомағужиндарҙың ғаиләһендә, алты бала араһында, беренсе булып донъяға килә. Әсәләре йәшләй генә мәрхүм була, аталары башҡаса өйләнмәй, 6 баланы үҙе ҡарап үҫтерә.Ҡорманғәле олатай атаһынан ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнә.

1921-1922 йылдарҙа ул граждандар һуғышында ҡатнаша, шунда үҙ-аллы русса уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Һуғыштан ҡайтҡас, уны Олоһаҙ ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар.
Өйләнеп, матур ғына донъя көтөп ятҡанда, йәғни 1931 йылда, ил буйынса хәлле крәҫтиәндәрҙе раскулачивать итеү башлана. Был хәл күп кенә туғандарыбыҙҙың ғаиләләренә ҡағыла. Йомағужиндар Олоһаҙ ауылына нигеҙ һалыусы ғаиләләрҙең береһе була.
1855 йылда яңы ерҙәрҙе үҙләштереү, яңы ауылдар барлыҡҡа килтереү ниәте менән, Ырымбур губернаторы фарманына ярашлы, Юлдыбайҙан Олоһаҙға (ул ваҡытта ауыл Ҡарағас тип атала) 52 кеше (5-6 ғаилә) күсереп ултыртыла. Улар араһында беҙҙең ҡарт ҡартатайыбыҙ Йомағужа Дәүләтбирҙиндың да ғаиләһе була.
Ул турала Фәрит Рәмов үҙенең “Юлдыбай – быуаттарҙан быуаттарға” исемле китабында былай тип әйтеп үтә: “43 йәшлек йорт старшинаһы Йомағужа Дәүләтбирҙин ике ҡатыны (Имләс, Юлбикә), улдары (Әлмөхәмәт), өс ҡыҙҙары (Ғәнбәрә, Шәғәрә, Сәлихә) менән күсерелә”.
Яңы ерҙәрҙә уңыш шәп уңа, кешеләр етеш йәшәй башлай. Ер эшкәртеүҙән башҡа улар күпләп мал аҫрайҙар, шул уҡ ваҡытта малға бәйле башҡа һөнәрҙәр менән дә шөғөлләнәләр: тире эшкәртеү, тиренән аяҡ кейемдәре (хатта еҙ үксәле), толоп тегеү, быйма баҫыу. Ауылдың тырыш, эшсән кешеләре хәлле генә йәшәй башлайҙар. Улар араһында бер туған ағалы-ҡустылы Мөхәмәтйән, Әғзәм, Хәсән, Исмәғил, Исҡаҡ Йомағужиндар була.
Ни өсөн кәрәк була һуң ул раскулачивание?
1929-1931 йылдарҙан алып 1941 йылға тиклем илдә индустриализациялау үткәрелә. Йәғни илдең ҡеүәтен үҫтереү, алға киткән капиталистик илдәрҙе ҡыуып етеү, завод-фабрика эшселәрен аҙыҡ-түлек, аҡса менән тәьмин итер өсөн, хәлле крәҫтиәндәрҙең мөлкәтен тартып алыу, ә үҙҙәрен Себергә ҡыуыу башлана.
Ҡорманғәле олатай бәләгә тарыған туғандарын яҡлап һүҙ әйтергә ҡурҡмай. Шуның өсөн уның үҙенә лә “халыҡ дошманы” тигән ярлык тағып, 10 йылға төрмәгә ултырталар. Ғәйепһеҙ ғәйепләнгән туғандарының ҡайһылары алыҫ Иркутск өлкәһенең Черемхово спецпоселениеһына, ҡайһылары Кемерово өлкәһе “Ҡара этап” спецпоселениеһына һөрөлә.
Ҡорманғәле олатайҙы Баймаҡҡа баҡыр иретеү заводына ауыр эштәргә ебәрәләр. Ҡул арбаһы менән тауҙар аша 32 саҡрымда ятҡан Сибай карьерынан заводҡа руда ташыйҙар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, ул үҙе теләп фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙа. 1943 йылдың май айында һуғышҡа алына. Олатайым 3-сө Беларуссия фронтында, 422-се артиллерия полкында орудие наводчигы булып хеҙмәт итә, ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш тынған арала өйгә хаттар яҙа: ҡатыны Сәбиләгә – ғәрәпсә, ҡыҙы Сәмиғәгә – русса. Уларҙың көн-күрештәре менән ҡыҙыҡһына, кәңәштәр бирә. Өлкән ҡыҙы Сәмиғәнән башҡа өйҙә тағы ла 3 бәләкәй бала була. Олатай улар тураһында борсола.
Һуғышҡа алынып, 6 ай үтеүгә ул Украинала Хандоги ауылы эргәһендә 106-сы ҡалҡыулыҡта батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң уға 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены бирелә. Уның данлы исеме тыуған яҡтарына, ғаиләһенә, туғандарына әйләнеп ҡайта.
Етем ҡалған 4 балаһы, ҡатыны тырышлығы һәм Исҡаҡ ҡартатайҙың ярҙамы менән үҫеп етеп, тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле йәшәнеләр. Өлкән ҡыҙы Сәмиғә – күп балалы әсә, уртансы ҡыҙы Фатима 30 йыл заводта крансы булып алдынғылар рәтендә эшләне, улы Әкрәм Новосибирскийҙа авиация институтын тамамлап, Толмачево аэропортында юғары категориялы авиатехник, ә кинйә улы Марат Магнитогорскийҙа инженер-төҙөүсе булды.
Хәҙерге көндә олатайҙың күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре ҡарататайҙары менән ғорурланып йәшәй. Баҡыр иретеү заводы алдында яугирҙәргә арнап ҡуйылған стелала олатайҙың да исеме бар. Баймаҡта “Хәтер паркы”нда Ҡорманғәле олатай исеменә арнап ҡарағай ағасы ултыртылған.
Һүрәттә: һулдан уңға бер туған Аҡмалетдин ҡустыһы, ике туған Шәһиҙулла ҡустыһы, Ҡорманғәле олатай; артта улы Әкрәм баҫып тора. 1937 йыл.
Нурия Ниязғолова.
Йылайыр ауылы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас