Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Май 2024, 04:48

Ул ныҡлы һәм ышаныслы тыл

Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк хаҡына бөгөн күп ир-егеттәребеҙ Ватан һағына баҫҡан. Әлбиттә, уларҙың ҡатындарына, балаларына, ата-әсәләренә лә еңелдән түгел... Шулай ҙа уларҙың яҡындары сабырлы һәм түҙемле булырға тырыша.Батыр һалдаттарыбыҙҙың яҡындары төшөнкөлөккә бирелмәй, бер-береһенә таяныс булып, ярҙамдан айырмай йәшәй. Ә бына районыбыҙҙа йәшәүсе ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ошо операцияла ҡатнашҡан тормош иптәштәре, туғандары һәм яҡташтары өсөн иң яҡын фекерҙәш, рухи терәк кенә түгел, беренсе ярҙамсы ла. Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Айгөл Радимир ҡыҙы Нәзирова шундайҙарҙың береһе.

Ул ныҡлы һәм ышаныслы тылУл ныҡлы һәм ышаныслы тыл
Ул ныҡлы һәм ышаныслы тыл

Алмалай ике балаға ғүмер биргән татыу ғаилә матур итеп донъя ҡорған. Барыһы ла үҙ сираты, үҙ яйы менән барған ваҡытта, 2022 йылдың көҙөндә ғаилә башлығы өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юл ала. Аллаға шөкөр, имен-һау хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын үтәп йөрөй ул.
Ауыл биләмәһе тормошонда ҡайнап йәшәгән Айгөл күптән инде ауылдаштары өсөн төп ярҙамсы һәм оҫта ойоштороусы. Бер нисә йыл элек ул Иҫке Яҡуп ауылы зыяратын кәртәләүгә төҙөлөш материалдары, унда ҡулланыу өсөн кәрәкле булған перфоратор һәм генератор алыу маҡсаты менән фонд асып ебәргән һәм ошо ауылда йәшәүселәр, унан ситтә көн итеүсе яҡташтары, тамырҙаштары ярҙамында йыйылған аҡсаға зыяратты кәртәләп ҡуйыуға өлгәшкәндәр. Ә инде махсус хәрби операция башланғандан алып Айгөл Радимир ҡыҙы ирекмәндәр рәтенә баҫҡан.
Яугир егеттәргә райондаштарыбыҙ бик әүҙем ярҙам күрһәтеүе тураһында гәзит биттәрендә йыш ҡына яҙып барабыҙ, интернет селтәре аша ла күҙәтеп тораһығыҙҙыр. Изге йөрәкле, йүнсел Айгөл дә был йүнәлештәге эшмәкәрлеген үҙ инициативаһы менән иң беренселәрҙән булып Балапан ауылынан хәрби операцияға юлланыусы бер егетте юлға әҙерләү өсөн кәрәк-яраҡтар алыуҙан башлап ебәрә.
Бала саҡтан ойоштороу һәләтенә эйә булған ҡатын әлеге мәлдә Матрай ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Донъя мәшәҡәттәре, тынғыһыҙ эше араһында барыһына ла өлгөрә ул. Ә бит барлыҡ йорт-ихата эштәре хәҙер Айгөлгә һәм Матрай урта мәктәбендә уҡып йөрөүсе улының иңенә төшкән. Әле Сибай ҡалаһында белем алып йөрөгән ҡыҙы ла әсәһе менән атаһының ҙур таянысы. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт үрсеткән Нәзировтар бер минутты ла бушҡа үткәрмәй, бар тырышлыҡтарын һалып донъя көтә.
Айгөл Нәзирова хәрби операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса тәүҙәрәк район ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылһа, хәҙер инде ул Матрай ауылы биләмәһе тарафынан айырым эш итә. Егеттәргә ниндәй әйберҙәр, ниндәй ярҙам кәрәк булыуы тураһындағы мәғлүмәтте күбеһенсә уларҙың кәләштәре, яҡын туғандары аша даими белешеп тора . Шулай уҡ, Йылайыр ауылынан Инна Васильевна Цыганова, Арсен Сәғәҙей улы Аптиков, Фәрит Фуат улы Әбделмәнов менән улар һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә.
– Беҙ тыл, беҙ ярҙам итергә бурыслы... Яҡындарыбыҙҙың ситтә, яуҙа йөрөүҙәре беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, әлбиттә, шулай ҙа улар өсөн беҙ борсолабыҙ, хәлебеҙҙән килгән тиклем уларға яҡшыраҡ шарттар булдырырға тырышабыҙ. Әлбиттә, бындай изге эште яңғыҙ, бер кеше генә алып бара алмай, ярҙамсы ҡулдар күп кәрәк. Миңә лә аҡыллы кәңәштәре, йылы һүҙе һәм башҡа төрлө яҡлап ярҙам итеүселәр бар, мәҫәлән, Матрай ауылынан Венера Мөхәмәҙей ҡыҙы Бикбулатова, Руслан Ислам улы Йәрмөхәмәтов, шулай уҡ хәрби операцияла йөрөүсе ир-егеттәрҙең ҡатындары менән күп кенә мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ күп нимәләрҙе аңлап етмәйем бит инде, шуның өсөн ауыл биләмәһендә йәшәүсе ир-егеттәрҙең кәңәштәре баһалап бөткөһөҙ. Аҡса йыйыуға халыҡ бик әүҙем ҡушыла, уларҙың ярҙамы бик ҙур. Тик ошо мәрхәмәтле яҡташтарҙың изге уй-ниәттәре менән генә был эшебеҙ алға бара, һәр килеп тыуған һорауҙарыбыҙ ыңғай хәл ителеп килә.
Шуны билдәләп үткем килә, райондаштарым миңә ышаныс белдерә, мин дә үҙ сиратымда күсерелгән суммалар, хәрбиҙәр өсөн алынған, ебәрелгән кәрәк-яраҡтар буйынса отчеттар биреп барам.
Хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына тиклем был эште алып барырға уйлайым, бар көсөмдө ошо йүнәлешкә бирәсәкмен. Миңә ярҙам итеүсе таныштарымдың барыһына ла оло рәхмәттәремде белдерәм. Ә район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовтың тәүге көндән алып беҙҙең менән бергә булыуы, аҡыллы кәңәштәре, төплө фекерҙәре менән беҙҙе һәр ваҡыт ҡеүәтләп тороуы бик матур күренеш , – ти Айгөл.
Ысынлап та, ошондай изге эште ҙур кимәлдә башҡарыу ул бик күп көс һәм ваҡыт талап итә. Ауыр саҡтарҙа күтәрелеп сыҡҡан Матрай ауыл биләмәһе халҡы күп ауылдарға, райондарға үрнәк булып тора. Уларҙың тырышлығы менән бөгөнгө көндә күп тапҡырҙар аҡсалата һәм әйберләтә ярҙам әҙерләнеүе, шул рәүешле дөйөм еңеүгә тос өлөш индерелеүе ҡыуандыра.
Күптән түгел Айгөл Радимир ҡыҙы Матрай ауылында урынлашҡан магазиндарҙа “Изгелек кәрзин”дәре ултыртып сыҡҡан. Ошо арала районыбыҙ исеменән алып барыласаҡ гуманитар ылау менән тултырылған кәрзиндәрҙе егеттәргә ебәрергә тигән уй менән янып йөрөй ул.
Айгөл барлыҡ дини йолаларҙы ла еренә еткереп атҡарырға өйрәнгән. Тормош иптәше мобилизация менән яуға юлланғас, бер нисә тапҡыр уның исеменә ҡорбан салдырып ала. Бына ошо йоланы дауам итеп, хәрби бурыстарын үтәп йөрөүсе ир-егеттәргә бағышлап ҡорбан салдырырға тәҡдим итә ул. Был уй-фекерҙе егеттәрҙең ҡатындары риза булып ҡабул итә, уйлаған ниәтте оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙҙар тиҙ арала әҙерләнеп, яуҙа булып ҡайтҡан егеттәребеҙҙең береһе Даян Түләшев менән кәңәшләшеп, Венер хәҙрәт Шәриповтың ризалығы менән был сараны ла ойоштороп ебәрәләр. Ҡорбан ашына ойоштороусы ҡатындарҙың яҡын туғандары, Йылайыр ауылынан хеҙмәт иткән егеттәрҙең ата-әсәләре, район хакимиәте етәкселегенең саҡырылыуы, уларҙың тағы ла нығыраҡ тупланыуы, ауыр саҡтарҙа берҙәм булыуҙары хаҡында һөйләй.
Бына шундай ныҡлы һәм ышаныслы тыл булғанда, фронт та көслө булырына ышаныс арта ғына. Айгөл кеүек маҡсатлы, егеттәребеҙҙең хәл-торошон ҡайғыртыусы ябай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда яҡташтарыбыҙҙың да күңелендә йылылыҡ һаҡланасағына иманыбыҙ камил.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас