13 майҙа “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһы башлана. Һәр кем балалар тауарҙары менән уртаҡлаша ала, коляскалар, йыһаздар, ултырғыстар, саналар, велосипедтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡабул ителә. Акция 13 июнгә тиклем дауам итәсәк. Йыйыу пункттары – “Ғаилә” үҙәктәре. Эре әйберҙәрҙе сығарыуға заявканы ошо телефон буйынса бирергә мөмкин: 8-800-347-5000.
Бөгөн, 15 майҙа – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Бөтә Рәсәй сәс ҡырҡыу хәйриә акцияһы ойошторола. Ошо уҡ көндә республика предприятиеларында бергә эшләгән ғаилә парҙарын хөрмәтләү үткәрелә.
16 майҙан 18 майға тиклем “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт республика” акцияһы үҙғарыла. Йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге белгестәре ата-әсәләрҙе, йәш парҙарҙы һәм балаларҙы көтә.
17 май – Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө.
17-18 майҙа “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” форумы үтәсәк.
13-18 майҙа йәш парҙарға никахтарын теркәү ваҡытында район, ҡала хакимиәттәре вәкилдәре ҡотлау открыткалары тапшырасаҡ.
19 майҙа күңелле “Уңышлы ял көнө”акцияһында ҡатнашыусылар ҡиммәтле приз отасаҡ.