Ауыл уттары
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 10:54

Ҡырау 13 мең гектар сәсеүлеккә зыян килтергән

.

Ҡырау 13 мең гектар сәсеүлеккә зыян килтергән
Ҡырау 13 мең гектар сәсеүлеккә зыян килтергән

Башҡортостанда ҡырау ауыл хужалығы культураларына кире йоғонто яһаған. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килтергән яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа температураһының түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә 13 мең гектар сәсеүлек зыян күргән.

Башлыса күп йыллыҡ үләндәр һәм иртә яҙғы культуралар (етен, көнбағыш). Бынан тыш, 525 гектар сөгөлдөр, 164 гектар рапс һәм 100 гектар көнбағыш һәләк булған, сәсеүлектәрҙе тикшереү дауам итә.

Һауа торошона ҡарамаҫтан, яҙғы сәсеү бара, шулай ҙа уның темптары кәмене: бер тәүлектә 50 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыла. Бөгөнгө планға ҡарата 43% майҙанда сәселгән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылда Башҡортостандың аграр секторына туранан-тура дәүләт ярҙамы өсөн 4,3 миллиард һум самаһы ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-13/zamorozki-povredili-v-bashkirii-posevy-na-ploschadi-13-tysyach-gektarov-3763126 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: