+21 °С
Болотло
Картуфты таҙа ғына итеп әрсеп йыуабыҙ ҙа уны турап ҡайнар һыуҙа 5 минут ҡына бешерәбеҙ. 5 минут ваҡыт үткәс картуфтарҙы табаҡҡа бушатабыҙ һәм тәменсә тоҙ һибеп, 4-5 аш ҡалағы шыйыҡ май, 0,5 сәй ҡалағы паприка, 1/3 сәй ҡалағы куркума, 1 сәй ҡалағы кипкән һарымһаҡ онтағы, төрлө үләндәр һалып болғатырға кәрәк. Әҙер массаны духовканың иң өҫкө рәтенә ҡуйып 40 минут тирәһе талғын утта бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!