Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Май 2024, 11:36

Мунсалар төндә яна...

“Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай ”, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ мәҡәле. Уның һөҙөмтәләре кире ҡайтарып алмаҫлыҡ аяныс булыуы ла ихтимал. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәү бик мөһим.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғын сығыу ҡурҡыныстары бик йыш теркәлә. Районыбыҙҙа ла был күренештәрҙең бермә-бер артыуы күңелде өйкәй генә.


Күптән түгел редакциябыҙ почтаһына ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ, был яҙманы уҡығас, әлбиттә, халыҡтың ут менән күпкә һаҡсылыраҡ булыуын һорағы килә. Икенсе яҡтан, үҫеп килгән быуын, әле уҡыусы ғына булып йөрөгән малайҙарыбыҙҙың оло батырлығы, ауылдарыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтың берҙәм булыуы тураһында райондаштарыбыҙ, шулай уҡ республикабыҙ халҡына һөйләге, яҙғы килә!


15 майҙан 16 майға ҡарата төндә сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусылар тураһында бәйән ителгән был хаттың йөкмәткеһе бына ошолайыраҡ:
“Бөгөн төндә Матрай ауылында йәшәүсе Гөлдәр Салауатованың ихатаһында мунса янып китте. Интернет селтәренең ҡулайлы булыуы, әлдә генә һаман янда булған кеҫә телефондарының ярҙамы менән вацаптағы бөтә төркөмдәргә ярҙам һорап уның күршеләре мөрәжәғәт итте. Тиҙ арала ялмап алырҙай булған был ҡурҡыныс янғын ауылдаштарыбыҙҙың әүҙемлеге, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булған халыҡтың дәррәү күтәрелеп сығыуы менән һүндерелде.


Уттың таралыуына, башҡа йорт-ҡураларға ҡуныуына юл ҡуймай әүҙем генә ярҙам иткән мәктәп уҡыусыларын айырып билдәләп китергә теләйем. Бына ҡайҙа ул беҙҙең батыр ҙа, көслө лә, ҡурҡыу ҙа белмәгән уҡыусы егеттәребеҙ, беҙҙең ышаныслы киләсәгебеҙ. Улар – Матрай урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Тамъян Ҡашҡаров, 8 класс уҡыусылары Айнур Ҡашҡаров менән Йәлил Таһиров һәм 11 класс уҡыусыһы Ильяс Күҫәпов. Бына ошо егеттәрҙең ҙур ярҙамы менән ут тиҙ арала сигенде...
Шулай уҡ, ауылдаштарыбыҙ араһында һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған ир-егеттәребеҙ Айрат Атанғолов, Айгиз Атанбаев, Вәлит Мортаев, Урал Аллабирҙин да янғын һүндереүҙә үҙ өлөштәрен индерҙе. Бар көстәрен һалып ярҙам күрһәтте.


Янғындан зыян күргән хужабикә егеттәрҙең барыһына ла, шундай аҡыллы улдар үҫтергән ата-әсәләргә лә, үҙенең күршеләренә, ғөмүмән әйткәндә, ауыл халҡына оло рәхмәттәрен белдерә!
Ә янғын һүндереү техникаһының ошондай осраҡта әҙер һәм тиҙ булыуын теләргә генә ҡала."


Әлбиттә ут менән һаҡ булырға кәрәклеге тураһында барыбыҙ ҙа белә, шулай ҙа янғындың сығыуына күп осраҡта кеше нәҡ үҙе ғәйепле булып сыға. Шуға күрә лә үҙебеҙҙе лә, ҡорған донъяларыбыҙҙы ла, тәбиғәтебеҙҙе лә һаҡлайыҡ – ут менән шаярмайыҡ!
Матрай ауылы.
Зөлфиә ҒҮМӘРОВА.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас