Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь , 22:49

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә,

әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә... Киләһе аҙнаға йондоҙнамә менән танышығыҙ: Бик ҡыҙыҡлы аҙна булырға оҡшай

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә,
Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә,

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна тыныс үтер ине, тик туғандарығыҙ йыш мәшәҡәттәр өҫтәп торор. Улар менән шишәмбелә һүҙгә килешеүегеҙ ҙә ихтимал. Бәғзеләр тормошоғоҙҙо ла тәнҡитләр хатта. Йомала аҡсаға ҡағылышлы һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Иң ҙур эштәрегеҙҙе әлегә кисектереп торорға тура килер. Аҡса менән һаҡ эш итегеҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал. Үтә өмөтлө тәҡдимдәргә лә ышанмағыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Артыҡ ҡаты бәрелеүегеҙ бәғзеләргә оҡшамаҫ. Шишәмбеләге ашығыс эштәр бер аҙ борсолоу тыуҙырыр. Әллә ни көйәләнмәгеҙ, бер-ике көндә бөтә эштәрҙе лә башҡара алырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна арыу ғына булырға оҡшай. Шишәмбеләге ваҡиғалар күңелегеҙҙе күтәрер. Улар өйҙәге хәлдәр менән бәйле булыр һымаҡ. Был арала өмөтлө күренгән тәҡдим ишетерһегеҙ. Уға ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Дүшәмбе, шишәмбелә ниндәйҙер мөһим эш менән булырһығыҙ, буғай. Өмөтлө һәм файҙалы осрашыуҙар булыуы ла бар. Артабан төрлө сәбәп менән уйлаған маҡсаттарығыҙ боҙолор, моғайын. Артта ҡалғанды оҙаҡ ҡыуып етерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Яҡшы яңылыҡтар килеп торор. Ҡайһылары бөтөнләй уйламағанса һәйбәт булыр. Рәсми хат алығуығыҙ ҙа бар. Бәғзеләргә ашығыс сәфәргә лә сығырға тура килер, бәлки. Йома көнө кемдер дәғүә менән мөрәжәғәт итер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт һымаҡ. Элек алған белемегеҙҙең кәрәге тейәсәк. Шуның арҡаһында хатаһыҙ эш итә алырһығыҙ. Аҡса менән бәйле мәсьәләлшәрҙә һаҡ булығыҙ. Ҡайһы ваҡыт матди хәлегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ мөмкин.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Көс-ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлеүегеҙ мөһим. Йыш ҡына кәрәкмәгән нәмәләр менән шөғөлләнеүегеҙ ихтимал. Кешеләр йомоштарына ла күп иғтибар бирәһегеҙ һымаҡ. Ҡайһы бер эштәрегеҙ артта ҡала.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна яҡшы ғына башланып китер. Яңы эштәргә ихлас тотонорһоғоҙ, ләкин уларҙан тиҙ генә һыуынырһығыҙ. Артабан үҙегеҙгә бер аҙ ял бирерһегеҙ. Хәер, үткән көндәрҙә артыҡ күп эшләнегеҙ, буғай.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала ашыҡмағыҙ. Күпте өмөт итмәгеҙ, ҡарарҙар ҡабул иткәндә ете ҡат үлсәгеҙ, тәҡдимдәргә ҡарата ла һаҡ булығыҙ. Шаршамбыла уйламаған осрашыҙар булыуы ихтимал. Бәғзеләр элек боҙолған араларҙы яңырта алыр, моғайын.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Көндәр ҡатмарлы килер, ләкин, бер юлы, өмөтлө булыр. Иң ауыр, элек булдыра алмаған эштәрҙә лә мотлаҡ уңырһығыҙ. Шулай ҙа ҡайсаҡ ярҙам һәм теләктәштәрҙе эҙләргә тура килер. Күпте һөйләгән яңы таныштарығыҙға берүк ышанмағыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аралашыуҙа ыңғай ваҡиғалар күп булыр. Мәл элек боҙолған араларҙы тергеҙер өсөн уңайлы. Аҙна араһында үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтер өсөн уңайлы. Аҙна араһынҙда үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтер өсөн дә уңайлы мәлдәр сығып торор. Ҡайһы бер эштәрҙе киләсәккә күсереп торорға тура килер, бәлки.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: