Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь , 16:41

Был һөнәрҙең төп нигеҙе – кешелеклелек

Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Бөгөнгө яҙмабыҙҙа социаль хеҙмәткәр булып эшләп йөрөүсе Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы Камалова тураһында ҙур ғорурлыҡ менән яҙып үтергә теләйбеҙ.

Был һөнәрҙең төп  нигеҙе – кешелеклелек
Был һөнәрҙең төп нигеҙе – кешелеклелек

Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.
Беҙҙең районда ла халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшләп килә. Уның хеҙмәткәрҙәре мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эш алып бара.
Бөгөнгө яҙмабыҙҙа социаль хеҙмәткәр булып эшләп йөрөүсе Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы Камалова тураһында ҙур ғорурлыҡ менән яҙып үтергә теләйбеҙ.
Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы Хәйбулла районы 1-се Морҙа ауылында тыуып үҫкән. Первомайский ауылы мәктәбен тамамлағас Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан училищела тегенсе һөнәренә уҡып сыға. Йәш сағынан тырыш булған апай бөгөн Юлдыбай ауылында гөрләтеп донъя көтә.
Ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән ханым балаларының уңыштарына ҡыуанып, киләсәгенә юл һалып, бәхетле йәшәй. Әле үҙ ғаиләләре булған балалары уның өсөн ғорурлыҡ та, таяныс та булыуы һоҡландыра.
Алда билдәләп китеүебеҙсә Социаль хеҙмәткәр кешелек тормошонда бик файҙалы һәм кәрәкле һөнәр. Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы ла үҙенең эшен теүәллек менән башҡарған, яуаплылыҡты алғы планға ҡуйған хеҙмәткәр. Ауылдаштары өсөн дә, етәкселеге өсөн дә эшһөйәр булыуы менән айырыла ул. Был өлкәлә 13 йылдан ашыу эшләп килгән Фәүзиә апай бөтәһе ун дүрт оло быуын кешеһен, шулай уҡ ярҙамға мохтаж ауылдаштарын ҡарай. Уның күрһәткән хеҙмәте һәм хөрмәте оло баһаға лайыҡ. Матур итеп донъя көткән, бар эшкә лә ваҡыт тапҡан Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы Юлдыбай ауылы биләмәһенә ҡараған тағы ла бер нисә ауылдың кешеләрен үҙ ҡанаты аҫтына алған.
Гәзитебеҙ биттәрендә, интернет селтәрендә лә күҙәтеп барһағыҙ, районыбыҙҙың күп кенә ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операция ваҡиғаларына вайымһыҙ ҡалмай.
Һәр кемебеҙ белеүенсә яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙға бөтә республика халҡы менән ярҙам итәбеҙ. Кәрәкле әйберҙәр һатып алыумы, бешеренеүме, техника яғынан булһынмы, башҡа төрлө яҡлап ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү ойошторола. Ә бына юлдыбайҙар егеттәргә бик кәрәкле булған кейемдәр, палаткалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләп ебәрә. Был йүнәлештә Фәүзиә апай Камалова ла әүҙемлек күрһәтә. “Ярҙамыбыҙға мохтаж булған һалдаттарыбыҙға махсус кейем тектек һәм артабан да күпме кәрәк буласаҡ был йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ”, – ти Фәүзиә Әсҡәт ҡыҙы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: