Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Июнь 2024, 11:46

Изгелек эшләү – тормош талабы

Районыбыҙҙың ғына түгел, тотош республикабыҙҙың ауылдарында һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған кешеләр бихисап. Уларҙың араһында үҙ донъяһын да гөрләткән, йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлек күрһәткән апайҙар күп. Шундай апайҙарҙан һаналған бөгөнгө геройыбыҙ Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙы Иҫәндәүләтова.

Изгелек эшләү – тормош талабыИзгелек эшләү – тормош талабы
Изгелек эшләү – тормош талабы

Тыуған ауылы Юлдыбайҙа мәктәпте тамамлаған ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы ГПТУ-ла уҡыуын дауам итә. Тормош елдәре уны әллә ҡайҙарға алып китмәй, кире тыуған ауылына алып килә. Еткән ҡыҙ бар тырышлығын һалып Юлдыбай ауылында тегенсе булып эш башлай. 30 йыл дауамында ошо һөнәргә тоғро ҡалып хеҙмәт итә ул. Ул теккән әйберҙәрҙе күрһәң күҙҙәр ҡамаша, уның ҡулында уйнаған теген әйберҙәренә өлгөр генә...
Донъялар үҙгәреп киткәс, эш урындарының бермә-бер кәмеүенә бәйле Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙы икенсе эшкә урынлаша. Һәр ваҡыт кешегә ярҙам итергә әҙер булған апай социаль хеҙмәткәр булып эш башлай. Был өлкәлә ул 10 йыл дауамында хеҙмәт иткән. Белеүегеҙсә был һөнәргә үҙҙәрен башҡаларға бағышлаған, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, хеҙмәт һөйөү, кешеләрҙе яратыу кеүек сифаттарҙы бергә туплаған кешеләр генә эйә була ала.
Эйе... йәмғиәтебеҙ ниндәй генә үҫеш юлдарынан бармаһын, ә арабыҙҙа һәр ваҡыт ҡайғыртыуға, ярҙамға мохтаж кешеләр бар. Уларҙың тормошон дәүләт яҡлауынан тыш, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән тыл ветерандары, мөмкинлеге сикләнгән, шулай уҡ яңғыҙ йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, ғөмүмән әйткәндә оло быуын вәкилдәре күпкә еңелерәк көн итә.
Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙының күп йылдар эшләү дәүерен генә билдәләп үткәндә, бик тырыш хеҙмәткәр булыуын күрәбеҙ. Шулай булмай ни, һәр ауылдашының һаулығы ла, көн итмеше лә уның хәстәре аша үткән бит... Үҙе эшләгән йылдарҙа ҡулынан килгән тиклем уларға ярҙам итеп, хәлдәрен белешеп, үҙенең хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙы.
Бөгөн ул хаҡлы ялда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә ял итеп, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыты юҡ уның. Бөгөнгө ауыр мәлдәрҙә МХО-ла йөрөүсе егеттәребеҙгә ярҙам итеү маҡсаты менән Юлдыбай ауылы, шулай уҡ районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә ҙур эштәр башҡарҙы улар. Был составты тулыландырған Фирҙәүес апайҙың ҡул эшенә маһир булыуы, тегенсе һөнәренә эйә булыуы бик ҙур роль уйнай. Сөнки хеҙмәттә йөрөгән егеттәребеҙ өсөн тегелгән палаткаларҙың, плащ-япмаларының, һалдаттарға тип ниәтләнгән эс кейемдәре, эмблемалар әҙерләү ул бик яуаплы эш.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас