Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь , 10:15

Әремдең шифаһын барыбыҙ ҙа белә

Унан әҙерләнгән был төнәтмә иң файҙалыһы!

Әремдең шифаһын барыбыҙ ҙа белә
Әремдең шифаһын барыбыҙ ҙа белә

Тәҡдим иткән ошо рецепт бронхит, йүтәл осраҡтарында бермә-бер ярҙам итә.

Төнәтмәне кистән әҙерләргә. Ике аш ҡалағы (өймәләм итеп алырға) әремде 0,5 йәки 0,75 литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә спирт ҡатнашмаһы йәки араҡы ҡойорға.

Банканы һыулы кәстрүлгә ҡуйып, 20 минут ҡайнатырға. Һүндергәндән һуң һыулы һауытта иртәнсәккә тиклем ҡалдырырға. Иртәнсәк һөҙөп, үләнде һығып алғас, төнәтмәгә бер аш ҡалағы бал һалып болғарға.

Ҡабул итеү алымы түбәндәгесә:

- иртәнсәк ас ҡарынға – ике аш ҡалағы;

- көндөҙ 12.00-13.00 сәғәттәрҙә – бер аш ҡалағы;

- 18.00-19.00 сәғәттәрҙә – бер аш ҡалағы;

- 22.00-23.00 сәғәттәрҙә – ике аш ҡалағы.

Төнәтмәне ҡабул иткәндән һуң берәй төрлө еләк-емеш ашарға. Бронхит, оҙаҡ ыҙалатҡан йүтәл йонсотҡан осраҡта бер-ике көндән хәлегеҙҙең яҡшырыуын тойорһоғоҙ.

Иҫкәрмә: ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Әремгә аллергия булған һәм сикләүҙәр тура килгән осраҡта (мәҫәлән, йөклөлөк) төнәтмәне ҡулланыу тыйыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: