Шундай апайҙарҙың береһе Сидоровка ауылында йәшәүсе Гөлнур Сәмиғулла ҡыҙы Әбделмәноваға ҡарап 70 йәштә лә гөрләтеп донъя көтөргә, йәйҙәрен ҡош-ҡорт көтөргә, сәскәләр үҫтерергә, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнашып әүҙем тормош алып барырға, “Гәүһәркүл”дең дәртле ағинәйе булып сәхнәләрҙә йырлап, тыпырлата баҫып бейергә лә өлгөргән ханым булыуы тураһында һоҡланып әйтке килә.
– Тормошта барыһын да күрергә тура килде инде, әсәйем Сәғиләнең биш балаһы араһында үҫкән кинйәтәүе, иркәтәйе булып буй еткереп, 1969 йылда Үрге Ғәле ауылы мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлап Балапан ауылына һауынсы булып эшкә килдем. Һауыу аппараттарының әле генә ҡулланыла башлаған мәле булыу сәбәпсе, етәкселәр мине Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһына аппарат менән һауыу операторына уҡырға ебәрҙе. Бер йыл дауамында әҙерлек үткәндән һуң ошо уҡ фермаға эшкә килдем, заманаһы ниндәй ине, фермаларҙың гөрләп торған сағы, бар күңелемде, тырышлығымды һалып баш көллө эшкә сумдым.
1972 йылда йәшһең әле, үҙең уңғанһың, комсомолка ғына булып йөрөмә һин, коммунистар сафына баҫырға ваҡыт тип, 1972 йылда коммунистар рәтенә алдылар, күп тә тормай депутат итеп тә һайлап ҡуйҙылар.
1975 йылда Матрай ауылы егете Ишбулат Хәйретдин улы Әбделмәнов “Әсәйеңә барып ҡулыңды һорайым да кәләш итеп алам да ҡуям” – тип дыуамалланып йөрөп, мин уйлайым әле тигәнсә, кәләш итеп алды ла ҡуйҙы.
Эх күңелле мәлдәр... Икәүләшеп фермала эшләүебеҙҙе дауам иттек, ул тракторҙа, мин һауынсы булып йәшлек дәрте менән тырышып эшләнек, донъябыҙҙы бөртөкләп йыйып, бергә-бергә татыу ғына, шатланып йәшәнек.
Үҙемде дүрт тапҡыр район Советына, дүрт тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайланылар. Үҫмер ваҡыттан ауыр эшкә егелеү үҙенекен иткәндер инде, йыш ҡына ауырый башлағас табиптар еңелерәк эшкә күсергә тәҡдим итте. Апайыма, еҙнәйемә, туғандарыма яҡыныраҡ булайыҡ тип Сидоровка ауылына күсеп килдек. Бында ла ҡул ҡаушырып ултырманым, сезонлы эштәрҙә, ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләп йөрөгән саҡтарып күп булды. Һуңынан инде, 1991 йылда ауыл клубына йыйыштырыусы булып эшкә төштөм, хаҡлы ялға ла ошо эшемдән сыҡтым.
Мин бит кешеләргә асыу һаҡлап, ауыр ваҡыттарҙа ла шаулап, көйәләнеп йөрөмәйем, шуғалыр тормоштоң төрлө һынауҙарына бирешмәнем тип әйтә алам. Әсәйем дә, яҡын туғандарым да йәшәр генә саҡтарында бик йәшләй әхирәт эйәһе булдылар. Һәр бер юғалтыруҙы, ауырлыҡтарҙы ла Ишбулат менән бергә күтәрҙек, терәк-таяныс менән үттек. Зилә бикәсем мәрхүм булып ҡалғас ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы ғаилә тәрбиәһенән айырмайыҡ, өй йылыһынан мәхрүм булмаһындар тип, 2002 йылда 13 йәшлек Русланды, 9 йәшлек Динис улыбыҙҙы үҙ тәрбиәбеҙгә алдыҡ һәм ҙур ғаилә булып йәшәп киттек.
Бер гаиләгә тупланып йәшәп китеүе лә еңелдән генә булманы. Әммә татыу ҙа, матур ҙа ғаилә булып йәшәргә, балаларҙы кеше итергә тигән маҡсат менән тырышып йәшәнек. Тик, бына инде дәртләнеп, гөрләтеп йәшәй генә башлағанда 2004 йылда тормош иптәшем Ишбулат барыбыҙҙы зар илатып баҡыйлыҡҡа күсте.
Тормошомдоң иң ауыр мәлдәрендә өйгә инһәм ике улым, тышҡа сыҡһам мал-тыуарым, эшем булыуы ҡайғы-һағыштарға бирешмәй йәшәүгә көс биргәндер. Әле уйланһам, уйылып китерҙәй булам да, шул уҡ ваҡытта, шөкөр, барыһы ла тиерлек үтте тием.
Бөгөнгө тормошомдан ҡәнәғәтмен... Тормош иптәшем Ишбулат менән йылдар буйы ҡорған донъямда имен-һау донъя көтәм. Улым Руслан менән киленем Эльвира ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр, мине ҡыуандырып, бер-береһенә терәк-таяныс булып матур йәшәйҙәр. Ә Динис улыма көн дә аҡыллы, тәүфиҡле булыуын, тормошонда үҙ ишен табып ғүмер кисереүен теләйем. Балаларыма именлек, һаулыҡ теләп кенә ултырам. Шулай уҡ, ниндәй генә йомошом булмаһын, кәңәшләшер, һәр ваҡыт ярҙамға килер кешеләрем – Матрай ауылында йәшәүсе һеңлем Рәйсә, кейәүем Рафаэль Сөләймәновтар минең өсөн төп таянысым булыуҙары менән мин бәхетле. Күңелемә ял, йәнемә дауа биргән “Гәүһәркүл” этно-фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүсе ағинәйҙәрем бар. Ауылда, район һәм хатта республика кимәлендә үткәрелгән халҡыбыҙҙың милли традицияларына бәйле сараларҙа ҡатнашып, йәшәү өсөн көс һәм дәрт алам”, – ти Гөлнур Сәмиғулла ҡыҙы.
Әңгәмәсемдең күҙҙәрендә салынған ысыҡ тамсыһындай күҙ йәштәрен күреп хафаланып та өлгөрмәнем, һәр ваҡыттағыса ҡапыл ғына уның йөҙө яҡтырып китте, күңеле моңланып
– Ғүмер берәү-икәү түгел ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшнәргә...– тип көйләп тә ебәрҙе ул.
Быныһы инде беҙ күптән өйрәнеп бөткән күренеш... Эйе ул шундай кеше, бер ҡасан да бирешмәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ынтылып йәшәй. Һәм беҙ беләбеҙ, өйө ишектәре һәр кемгә асыҡ булған, ауылдаштарына ғына түгел юлаусыларға ла әҙер булған тәмле сәйҙәре, можтаждарға бирер ниғмәттәре, барыһын да һыйындырған киң күңеле менән ябайлыҡты үҙ иткән Гөлнур Сәмиғулла ҡыҙының йәшнәп йәшәр сағы алда әле.