Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Июль 2024, 11:20

Өйҙә - өлгөлө атай, эштә - йүнсел етәксе, әүҙем йәмәғәтсе!

Сәләмәт тормош алып барған, матур итеп донъя көткән уңған ғаиләләр Сәләх ауылында байтаҡ. Уларҙың һәр береһе тураһында гәзиткә яҙырлыҡ. Ишле бала үҫтергән ғаиләләр ҙә күп бында.

Сәләх ауылы – Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡарай. Унан башҡа был биләмәгә тағы ике ауыл ҡарай. Ә улар менән Сәләх ауылында төпләнгән күп балалы атай, өлгөлө ғаилә ағзаһы, замана менән бергә атлаған ир-уҙман Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов етәкселек итә.
Рөстәм менән Таңсулпан Тотмановтар 8 баланы аяҡҡа баҫтырған атай менән әсәй. Хужабикә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың яҙмыштары башҡаларҙыҡынан бер аҙ айырыла. Рөстәм өс бала менән тол ҡалғас, үҙе кеүек яҙмыш һынауы үткән, Баймаҡ районында шулай уҡ өс бала менән яңғыҙ тороп ҡалған Таңсуппанға өйләнә. Алты бала, ҡыуанысҡа күрә, бер-береһе менән уртаҡ тел таба һәм ике ғаилә бер бөтөн булып йәшәп алып китә.
Рөстәм Мөхтәр улы 1969 йылда Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумына зоотехния бүлегенә уҡырға керә. Хеҙмәт юлын, Йылайыр районының Бараҡал ауылында клуб мөдире булып башлай. Ә 1993 йылдан «Һабыр» совхозында механизатор булып эшләй. 2016-2018 йылдарҙа Йомағужа ауыл биләмәһендә почтальон була. Әүҙем булыуын, кеше менән еңел уртаҡ тел таба һәм аралаша алауын шәйләп, 2018 йылда уны Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләйҙәр.
Рөстәм Мөхтәр улы Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән осорҙа үҙен юғары квалификациялы, грамоталы белгес булараҡ күрһәтә. Юғары эш һәләтенә эйә, һөҙөмтәле етәкселек итеү ысулдарын яҡшы белә ул. Кешеләр менән аралашҡанда ла иғтибарлы, тыйнаҡ була белә.
Алдында торған бурыстарҙы уңышлы һәм планлы хәл итә белгән башлыҡ ул Рөстәм Тотманов. Быға уның шәхси сифаттары: дисциплиналылығы, дөрөҫлөгө, аралашыусанлығы, намыҫлылығы, тыйнаҡлығы, үҙенә һәм ҡул аҫтындағыларға юғары талапсанлығы, уларҙы үҙенең артынан эйәртеп, эшкә көйләй белеү һәләте булышлыҡ итә.
Рөстәм Мөхтәр улы биләмәгә ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереү эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ауыл биләмәһендә тәртип һаҡлау, инфраструктураны үҫтереү, халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу ҙа уның шәхси контроле аҫтында.
Территорияла балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә, һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл территорияһын тәртипкә килтереүгә, хәрби ҡәберлектәрҙе, ял итеү зоналарын тәртипкә килтереүгә, ауыл биләмәләрендә урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы ремонтлау һәм асфальтлау буйынса эштәргә айырыуса иғтибар бүлә. Рөстәм Мөхтәр улы – тырыш хеҙмәт кешеһе, үҙен тулыһынса ауылдаштарына, ғаиләһенә һәм уларҙы хәстәрләүгә бағышлай. Тотмановтарҙың балалары ғаилә башлығы өлгөһөндә тәрбиәләнә, сәләмәт тормош алып бара, әүҙем тормош позицияһын һайлай, ауыл, район, республиканың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша.
Заһиҙә, Нәзифә ҡыҙҙары яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләп, атаһының идара итеү тәжрибәһен һәм етәкселек стилен үҙләштерә.
Рөстәм Мөхтәр улы ауыл биләмәһендә йәшәгән бөтә халыҡтың именлеген төп маҡсат итеп күрә, ә ул бит һәр ғаиләнең именлеге аша ғына мөмкин, тип һынай ул. Шуға күрә, ғаиләләр тураһында хәстәрлекте төп урынға ҡуя: иғтибар һәм изгелек менән үҙ-ара эш итеүселәрҙең ғаиләләре, хеҙмәт кешеләре, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, күп балалы ғаиләләр – иғтибар уртаһында. Рөстәм Мөхтәр улының инициативаһы буйынса даими рәүештә граждандарҙың был категорияларына ярҙам ойошторола. Башлыҡ үҙе сәләмәт тормош яҡлы һәм халыҡ араһында эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәш алып бара. Ауыл биләмәһе башлығының һәм ауылдар халҡының тырышлығы менән ауылда эскелек кәметелде. Шул тырышлыҡтары арҡаһында улар “Айыҡ ауыл” проектына ҡушылып, конкурстың республика этабында еңеүсе булдылар. Ауылдаштары фекеренсә, Рөстәм Мөхтәр улының төп һыҙаты – кешелеклелек. Ул һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, ауылдаштарының һәр береһенә һүҙ менән дә, физик көс менән дә ярҙам итә. Сәләх ауылы халҡы ауыл биләмәһе менән ғәҙел һәм оло йөрәкле кеше идара итеүен ышаныс менән әйтә ала.
Рөстәм Мөхтәр улы тормош иптәше Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән, үрҙә әйтеп киткәнебеҙсә, 8 бала тәрбиәләй. Был өлгөлө һәм иҫ киткес матур ғаиләлә ата-бабалар йолаларын хөрмәт итәләр, һаҡлайҙар. Унан тыш уларҙың үҙҙәренең билдәләнгән ғаилә йолалары һәм байрамдары ла бар. Тотмановтар йортонда хөкөм һөргән уңайлы мөхит, мөхәббәт һәм ихтирам, бер-береһенә һәм балаларға ҡарата айырым мөнәсәбәт – бәхетле ғаилә тормошоноң нигеҙе. Тотмановтар балаларына лайыҡлы белем һәм тәрбиә бирә, ауылдаштары өсөн өлгө булып тора. Күп балалы атай Рөстәм Мөхтәр улының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшенә индергән шәхси өлөшө күп һанлы Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Өлгөлө ғаилә башлығы Йылайыр районы Ир-егеттәр ҡоро етәксеһе лә. Үҙе – Урал аръяғы Ир-егеттәр ҡоро составында. 2024 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты З.Байғусҡаров Сибай ҡалаһында үткәргән зона кәңәшмәһендә был йүнәлештә алып барған емешле эше ыңғай баһаланды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы муниципаль берәмек башлыҡтарының осрашыуын планлаштырған. Осрашыу сиктәрендә күп балалы башлыҡтарҙы тәбрикләү тантанаһы үтәсәк. Рөстәм Мөхтәр улы беҙҙең район, Башҡортостан Республикаһы исеменән ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыуға саҡырыу алған.
Уңыштар һеҙгә, Рөстәм Мөхтәр улы!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас