Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 08:07

Халҡыбыҙҙың туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлектәренең береһе буҙаны эшләп kaраным, бик тәмле килеп сыkты, миңә оkшаны

Эсеүгә еңел, hыуhынды kaндыра, файҙahында курергә яҙhын! - тип яҙа Айһылыу үҙенең сәхифәһендә.

Халҡыбыҙҙың туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлектәренең береһе  буҙаны эшләп kaраным, бик тәмле килеп сыkты, миңә оkшаны
Халҡыбыҙҙың туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлектәренең береһе буҙаны эшләп kaраным, бик тәмле килеп сыkты, миңә оkшаны

Был эсемлек тураһында интернет селтәрендә бик күп яҙалар.

Уны әллә нисәмә тапҡыр әҙерләп эскән кешеләр ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта тип бәйән итә.

Уны әҙерләү өсөн иң беренсе 0.7 мл. күләмендәге геркулес ярмаһын таҙа ғына итеп йыуырға кәрәк. Һәм 10 минутҡа ҡалҡытырға ҡуйығыҙ.

Һуңынан 3 литр һыуыҡ һыуҙы утҡа ҡуйығыҙ. Уға ярманы һалып 1 сәғәт дауамында талғын утта болғай-болғай ҡайнатып алығыҙ. Был массаға 1 аш ҡалағы сливочный май һалығыҙ. 1 сәғәт бешкәндән һуң ул кисель хәленә килергә тейеш.

Бына шул ваҡытта уттан алырға кәрәк буласаҡ. Эҫе булыуына ҡарамаҫтан уны сетка аша һөҙәбеҙ. Айырып алған шыйыҡса йылымысланғандан һуң 1 стакан шәкәр, 1 стакан ҡымыҙ ҡушабыҙ.

Әҙер массаны ҡапҡасын ябып йылы урынға ултыртабыҙ. Ул 1 көн ултырырға тейеш. Һуңынан әҙер буҙаға тәменсә бал, шәкәр һәм һыуыған ҡайнаған һыу менән бутарға була. Буҙаны һалҡын урында һаҡларға кәңәш ителә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: