Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 09:10

“ГТО” билдәһен ҡайҙан алырға мөмкин?

Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә...

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” – Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы. Ул физик культура һәм спорт өлкәһендә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу һәм һөҙөмтәле физик тәрбиә системаһын ойоштороу буйынса дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тураһында положение” менән көйләнә.

Башҡортостандың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) нормативтарын үтәгән өсөн билдә, шулай уҡ документтар тураһында белешеү өсөн +7 (347) 218-02-81 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Тағы түбәндәге ойошмаларға мөрәжәғәт итергә була:

Башҡортостан Республикаһының Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158/4, тел. 215-14-02;

ГТО тест алыу үҙәге, адрес: Өфө ҡалаһы, Невский урамы, 15, Семен Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәге, тел. 224-97-64.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и долгая жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: