Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 08:55

Нимәне йәки кемде фотоға төшөрөргә ярамай?

Үҙеңә һәм ғаиләңә бәлә-ҡаза килтермәҫ өсөн тыйылған объекттар исемлеген ҡарап үтәйек әле.

Нимәне йәки кемде фотоға төшөрөргә ярамай?
Нимәне йәки кемде фотоға төшөрөргә ярамай?

Йоҡлап ятҡан кешеләрҙе төшөрөргә ярамай. Тыйыу айырыуса бәләкәй балаларға ҡағыла.

Көҙгө сағылышын фотоға төшөрөргә ҡушылмай. Ул яуыз көстәр өсөн үҙенә күрә магнит булып иҫәпләнә. Ул негатив туплай ала, шулай уҡ беҙҙең донъя менән теге донъя араһында портал булып хеҙмәт итеүе мөмкин. Мәрхүмдәрҙе фотоға төшөрөргә ярамай.

Үлгән кешене фотоға төшөрөп, уның рухын бөтөнләй тыныслыҡтан мәхрүм итәһегеҙ. Ул кәүҙәһе урынлашҡан урынға беркетелгән булып ҡала. Ошо арҡала өйҙә сәйер хәлдәр булыуы мөмкин.

Ҡара бесәйҙәрҙе лә фотоға төшөргә ярамай. Улар – кешенең тоғро дуҫтары, өйҙө яман энергетиканан таҙартырға һәләтле. Бесәйҙәрҙең кешенеке кеүек үк яҡлауы юҡ, шуға күрә улар икенсе көстәр йоғонтоһона еңелерәк бирелә.

Ташландыҡ һәм емерелгән биналар янында фотоға төшөргә ярамай. Бындай урындарҙа һәр ваҡыт кире энергетика була.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: