Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, өлөшләтә мобилизация, хәрби әҙерлек, контрактсы, ирекле батальон, контракт хеҙмәте ише хәрби төшөнсәләрҙе биләүҙәге сабый ғына белмәгәндер. Улар һәр ғаиләгә лә тәрән үтеп инде. Ҡатын-ҡыҙ эстән һыҙланһа, ир-ат шул көндән алып ил сигенә баҫырға, дошман менән яғалашырға әҙер булыуын иҫбат итте. Ғөмүмән, был осраҡта ил күргәнде бергә кисерәбеҙ...
Мобилизация башланған осорҙа уҡ хәрби операцияға юлланырға теләк белдергән Йомағужа егете И.-ға юҡ тип яуап бирәләр... Шулай ҙа үҙ һүҙен һүҙ итә белгән егет еребеҙ, илебеҙ тыныслығын һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүҙән баш тартмай. Үҙ мәлен көтә...
Бер аҙ Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡандан һуң ул үҙендәге патриотик, гражданлыҡ бурысын өҫтөн ҡуйып яҡташ егеттәре янына ашыға. Ошо минуттарҙа ул был ҡарарын тормошонда иң юғары күрһәткес булараҡ баһалай. Әлбиттә шулай, нәҡ ошондай илһөйәрлек тәрбиәһендә үҫкән ир-егеттәребеҙ бөгөн яу яланында йөрөй бит... И-дың был ҡарарын яҡын кешеләре белмәй ҙә ҡала, шулай ҙа ата-әсәһе һәм туғандарына уның менән риза булырға тура килә.
Махсус операция урынына контракт төҙөлгән юллама алғас «Башҡорт» ҡушаматлы егет Рәсәй Геройы Алмас Сафин батальонына эләгә. Яңы штат буйынса индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы төрлө отрядтарҙа хеҙмәт итергә тура килә уға һәм быйылғы йылдың ғинуар айынан ул шул отрядтарҙың береһенә төркөм командиры итеп тәғәйенләнә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр менән хеҙмәт иткән И. яуҙаштарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Әле үҙе яраланып ҡайтҡан... Яуҙа кисергән кисерештәре менән уртаҡлаша, яраланғандан һуң ауыр ваҡыттарында уға ярҙам күрһәткән «Седой», «Дикий», «Пельмень», «Алёша», «Тига» (уларҙың барыһын да яҙып тормайбыҙ) ҡушаматлы яугир егеттәргә ярҙамдары өсөн рәхмәтле ул.
Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң ниһайәт ул өйҙә... Яҡындарын, туғандарын күреп, тыуған тупрағына аяҡ баҫыуы туғандары, уның үҙе өсөн дә оло ҡыуаныс. Яуҙағы уй кисерештәре менән уртаҡлашҡанда тыуған яҡтарҙы һағыныуы тураһында йәшермәй, яуҙағы егеттәре менән һәр атҡан таңға ҡыуанып хеҙмәтебеҙҙе дауам итәбеҙ ти. Татыулыҡ, Илгә тыныслыҡ теләгән һәр гражданин кеүек И. да был махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләй. Алдағы киләсәгебеҙҙең яҡты, тыныс булыуын һорай. Һис шикһеҙ Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына ышанып, уны яулағандан һуң, тормош ҡәҙерен белеп, матур донъя көтөп йәшәргә тигән маҡсаттар менән янып йәшәй ул.
– Оло рәхмәттәремде иң беренсе ата-әсәйемә, туғандарыма, ауылдаштарыма, уҡыусы балаларға әйтергә теләйем. Яуҙа һәр кемегеҙҙең ярҙамын тоябыҙ. Шулай уҡ сикһеҙ рәхмәттәремде район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре Фәрит Фуат улы Әбделмәновҡа, Арсен Сәғәҙей улы Әптиковҡа еткергем килә. Райондан килгән ярҙам, йылы һүҙҙәр беҙгә этәргес көс бирә. Борис Николаевич яу яланына килеп үҙ ҡулдары менән тапшырған ярҙам беҙгә ышаныс өҫтәй һәм тик алдынғы булырға өндәй, – ти, «Башҡорт».
Әле И. ваҡытлыса ялда һанала, ҡаты яраланыу сәбәпле ул дауаланыу курсы үтә. Илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһын һайлаған егеткә ныҡлы һаулыҡ һәм теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Донъяларыбыҙ имен, егеттәребеҙ иҫән-һау булһын!