Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Август 2024, 12:00

Иман йорто нур бөркә

«Атайсал» проекты сиктәрендә Юлдыбай ауылының «Иҙрис хәлфә» мәсете мәхәлләһе Аллаһ йортонда ремонт эштәрен дауам итә.

Иман йорто нур бөркәИман йорто нур бөркә
Иман йорто нур бөркә

Белеүебеҙсә, «Атайсал» проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында белдергәйне. Артабан инде ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, эш башланды. Шул мәлдән бөгөнгәсә ошо проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды. 

Гәзитебеҙҙең былтырғы һандарының береһендә (№44, 2023й.) юлдыбайҙарҙың «Атайсал» проекты сиктәрендә «Иҙрис хәлфә» мәсетенең тәҙрәләрен алыштырып, эске ремонт эштәре башҡарыуы тураһында яҙғайныҡ. Быйыл улар Аллаһ йортон төҙөкләндереүҙе дауам итте. Тыуған ауылда төпләнеп ҡалыусылар, унан ситтә йәшәгәндәр, хәрби хеҙмәттә йөрөгәндәр – барыһы ла был изге эшкә дәррәү ҡушылды.

- Ауылдаштарымдың тыуған ауылыбыҙҙы яратыуҙары, уның яҙмышына битараф булмауҙары ҡыуандыра. Улар менән һәр эште лә атҡарып сығып була. «Атайсалға изге эштәр» проекты ярҙамында төҙөкләндерелгән мәсет ауылыбыҙға йәм өҫтәп ебәрҙе». Ошондай проектты булдырған, үҙенең тыуған ауылы миҫалында тотош республика халҡына матур өлгө күрһәткән Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа иң ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, –ти Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев.

Быйылғы йәйҙә юлдыбайҙар мәсеттең стеналарын эсле-тышлы көпләп сыҡҡандар, тупһаһын яңыртҡандар.

- Мин мәсеткә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң ололарҙың береһе. Районда беренсе иман йорто булып 1992 йылда беҙҙең «Иҙрис хәлфә» мәсете асылды. Ул ваҡытта бында дүрт кенә кеше йөрөнөк. Унан һуң ауылыбыҙҙа тағы ла бер иман йорто төҙөлдө. Шул ваҡыттарҙа «Иҙрис хәлфә» мәсете бер аҙға эшен туҡтатып торҙо һәм 2014 йылда үҙ ишектәрен йәнә асып ебәрҙе. Иман йорто былай ҙа ауылға нур һибеп тора ине. Хәҙер, уны төҙөкләндергәс, ул нур тағы ла сағыуыраҡ булып китте. Әлеге ваҡытта мәсеткә 30-ҙан ашыу кеше йөрөй, йома көнө тағы ла күмәгерәк булып китәбеҙ, Аллаға шөкөр, – тип һөйләй Юлдыбай ауылы ағинәйе Әнисә Алсынова. – Мәсеткә төшкән иғәнә аҡсаһына төҙөкләндереү эштәренә тотондоҡ та инде. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, эш башлауыбыҙ ғына булды, беҙҙе хуплап ҡушылып китеүселәр күбәйҙе. Мәсеткә йөрөүселәр, ауылдаштар, ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ ҡулдарынан килгәнсә, кем аҡсалата, кем эш менән, кем кәңәш менән, тигәндәй, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Мәсетебеҙгә ҙур иғтибар бүлгән ауылдаштарыма, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевҡа ҙур рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә уларға бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип итһен. Ауылыма, киләсәк быуынға иман ҡайтһын. Амин».

Эйе, ситтә йәшәһәк тә тыуған нигеҙҙәрҙе, тыуған төйәктәрҙе онотмай ярҙам итһәк, ауылдарыбыҙ мотлаҡ йәшәр.

«Атайсал» проекты нисек эшләй?

Республикалағы ауылдарҙың береһенә ярҙам итергә теләһәгеҙ, махсус сайтта теркәләһегеҙ. Һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәтте асыҡлайҙар һәм уны сайтта урынлаштыралар. Бер үк ваҡытта муниципалитетҡа ебәрәләр. 10 көн эсендә һеҙгә ауыл советынан шылтыратып, эшкә әҙер булыуҙары хаҡында белдерәләр, яуаплы кешене билдәләйҙәр. Һеҙ райондағы хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсерәһегеҙ (реквизиттарын һеҙгә ебәрәләр). Муниципалитет эште үҙе башҡара һәм сайтында отчет бирә.

Ярҙам иткем килә, тик аҡсам юҡ. Нимә эшләргә?

Мотлаҡ миллион һум бүлеү тураһында һүҙ бармай, аҡса күләме бәләкәй булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, районға кәрәкле проектҡа ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Ауыл советы зыяратты төҙөкләндерә икән, мәҫәлән, был эшкә 50 мең һум бүлә алаһығыҙ.

Башҡа яҡташтар менән берләшеп, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә була.

Лена ВӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас