Тамғаһы – ҡойошҡан, ағасы – миләш, ҡошо – торна, ораны – Туҡһаба булған, Һабыр ауылы биләмәһенә ҡараған Үҫәргәндәр ырыуы ҡор башы, Йылайыр районы башҡарма комитеты башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Илдар Ильяс улы Ҡоҙашевҡа тап ошо һүҙҙәр тап киләлер.
Илдар Ильяс улы тарихҡа, шәхестәргә, таланттарға бай Һабыр ауылында 1954 йылдың 12 авгусында донъяға килгән. 1969 йылда һигеҙ класты тамамлаған йәш кенә егет Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1974 йылда тамамлап, хеҙмәт һәм черчение уҡытыусыһы һөнәрен ала һәм тыуған ауылы Һабыр урта мәктәбендә эш башлай. Һуңынан әрме сафтарында хеҙмәт итә.
Мәғариф өлкәһендә эшләй башлаған йәш белгес артабан да белемен камиллаштырыу маҡсатында 1977-1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филалогия факультетында уҡый. Диплом алғас, юғары белемле остаз педагогия эшенә башкөллө сума.
Шулай итеп, Илдар Ильяс улының артабанғы хеҙмәт биографияһы уҡытыусы һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән. 1984-1988 йылдарҙа тәүҙә Һултантимер, унан Ашҡаҙар һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара ул.
Һуңынан, тыуған ауылына ҡайтып, Һабыр урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып бара. Ул эшләгән осорҙа мәктәптә бай йөкмәткеле тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыла. Илдар Ильяс улы етәкселегендә тупланған материалдар, экспонаттар уҡытыу-тәрбиә эшендә мөһим сығанаҡтар булып тора, мәктәптең тарихы тулыһынса өйрәнелә. Шулай уҡ уның төп эш йүнәлештәренең береһе «Үҙ тамырыңды бел» тигән эҙәрмәнлек темаһы аҫтында шәжәрәләр төҙөү, уны өйрәнеү. Уның «Рәсәй мәғарифты үҫтереү милли проекты» нигеҙендә башҡарылған күләмле эше ҙур баһаға лайыҡ булды. Абруйлы хеҙмәте өсөн И.И. Ҡоҙашев «Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да был эште дауам итеп, Илдар Ильяс улы ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Уның ауылдаштарым тип өҙөлөп тороуын, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүен, ғәжәйеп ярҙамсыл, кешелекле булыуын күреп, Үҫәргән ырыуының ир-уҙаманында күпме ихтыяр көсө, рух ныҡлығы, ир-егеттәргә хас таһыллыҡ барлығына ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да.
Гөлсәсәк ИҒДӘҮЛӘТОВА, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.