Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Август 2024, 16:05

«Әсәйем Һаҡмар килене, мин Һаҡмар ҡыҙы»

Туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән тыл ветераны, Сидоровка ауылында йәшәүсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Һеләүһенова ошо көндәрҙә ғүмер байрамын билдәләне. Йөҙөнән нур бөркөлгән был инәйгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙе лә ул ишле ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Аслыҡ, һуғыш йылдары бала сағының моңһоу бер осоро булып хәтерендә һаҡланған. Еңеү ҡәҙерен, тыныс тормоштоң ниндәй михнәттәр, юғалтыуҙар аша яуланыуын шы белә инәй. Бәхетле ҡартлыҡ көндәрен туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән әсә балалары иғтибарында үткәрә.

Мәрйәм инәй 1939 йылдың 15 июлендә Сабирйән һәм Фатима Аҡҡужиндарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Тағы ла 9 ҡусты-һеңлеһенә апай булған ҡыҙ әсәһенең беренсе ярҙамсыһы булып буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас фермаға һауынсы булып эшкә бара. Егәрле ҡыҙ эштә лә һынатмай, гел алдынғылар рәтендә була. Уның хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана.
– Әсәйемдең йәш саҡтағы фоторәсемен гел генә һоҡланып ҡарайым, оҙон ҡара толомло, аҡ йөҙлө булған ул. Әлбиттә, һыу һөлөгөләй һылыуҡайға күптәрҙең күҙе төшөп йөрөй, тик яусыларҙы ул кире бороп тора. Шулай ҙа, өлөшөнә төшкән көмөшөн осрата әсәйебеҙ. Аралбай егете Мәхәмәҙей һоратып килгәс, ризалаша. 19 йәшендә хозур тәбиғәтле Аралбай ауылына килен булып төшә. Әсәйемде ҡайны-ҡәйнәһе лә, ауыл халҡы ла тыныс холҡо, егәрлелеге, алсаҡлығы, ярҙамсыл булыуы өсөн шундуҡ яраталар.
Атайым менән икәүләшеп Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инеүҙәр бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге, хәтирәһе булып ҡалған. Мин уларҙы тау башынан ҡарап ултыра торғайным. Ҡояш ҡыҙарып батып бара, һыу тын ғына аға, атайым алыҫҡа йөҙөп китә, әсәйем сәсе биленән булып, атайыма ҡарап тора. Шул ваҡыттарҙы хисләнеп тә, һағынып та иҫкә алам, – тип хәтирәләре менән бүлешә Мәрйәм инәйҙең ҡыҙы Ғәлиә. – Әсәйем Һаҡмар килене, мин Һаҡмар ҡыҙы. Мин әсәйемдең ауылына килен булып төштөм. Бына бит яҙмыштар нисек яҙылған...
Мәрйәм инәй тормош иптәше Мәхәмәҙей олатай менән матур итеп донъя көтөп, 9 балаға ғүмер бүләк иттеләр. Ауылда ниндәй эш бар, барыһына өлгөрә ул. Ҡышҡыһын һарыҡ фермаһында бәрәс ҡараһа, йәйгеһен һарыҡ ҡырҡа, халыҡтан һөт йыя, сенаж-бесәнгә, ырҙынға иген таҙартырға йөрөй, иген һаҡланасаҡ келәттәрҙе балсыҡ менән һылашырға ла ҡушыла. Бынан тыш тағы ла әллә күпме эштәр башҡара. Мәхәмәҙей олатай иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе ферма эшенән бушамай, Үрге Ғәле, Сидоровка фермаларында зоотехник булып эшләй.
– Әсәйем таңғы сәғәт биштә тороп һыйыр һауа, сепарат айырта, ҡаҙанға ут яға, мейестә икмәк бешерә, ашарға ла шул мейестә әҙерләй, самауыр ҡайната, ҡатыҡ ҡайната, себештәрен ашата, уның араһында халыҡтан һөт йыя...
Бесән мәле етһә, бер арба булып тейәлешеп сабынлыҡҡа барабыҙ, сәңгелдәкте ҡайын ботағына элеп ҡуябыҙ, бәләкәйерәгебеҙ сәңгелдәк эргәһендә ҡала, ҡалғандарыбыҙ кем салғы, кем тырма тотоп әсәй ҡушҡанды эшләй башлайбыҙ. Әсәйем үҙе салғыһын ала ла ҡоласын киң йәйеп бесән сабырға керешә. Уның артынан ҡалын, тигеҙ булып бесән һыҙмалары ҡала. Ул шулай бер тынала эшләп ала ла баланы имеҙергә килә . Хәҙерге тормош менән сағыштырам да ҡайһылай ҙа шәп, көслө булғандар тип ҡуям. Һәр ғаилә лә балалар күп булған, улар үҫә төшкәнсе, бахыр әсәйҙәрҙең йоҡоһо ла туймағандыр инде. Шулай булһа ла улар арыуҙы ла белмәгән, өй тирәһендәге ҡырамаһа-ҡырҡ эшен башҡарып, колхоз эшенә йүгергән. Бер-береһенә лә ярҙам итергә ваҡыт тапҡандар», – тип һөйләй Ғәлиә апай.
Мәрйәм инәй Мәхәмәҙей олатай менән 49 йыл татыу ғүмер итәләр. Балаларының барыһына ла белем биреп, үҙаллы томошҡа оҙаталар. Әлбиттә, бергә тормош көткәндә барыһы ла булғандыр, шатлыҡ-көйөнөстәре лә, ҡайғы-хәсрәте лә. Уларға бала ҡайғыларын да кисерергә яҙа, шуға ҡарамаҫтан үҙҙәрендә артабан йәшәргә көс табалар. Бына инде Мәхәмәҙей олатайҙың да баҡыйлыҡҡа күскәненә 17 йыл булып киткән. Ныҡлы рухлы инәй бирешмәй, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып, уларға өгөт-нәсихәттәрен биреп, изге теләктәрен теләп, ғүмер кисерә. Бөгөнгө көндә ул Аҡъяр ауылында кесе ҡыҙы Рәзилә һәм кейәүе Фәнилдең ғаиләһе менән тора.
Мәрйәм инәйҙең тормош юлы оло ихтирамға лайыҡ. Ауырымай-һыҙланмай, артабан да шулай яҡындарының һөйөүенә төрөнөп, бәхетле йәшәргә яҙһын!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас