+24 °С
Ямғыр
“Росмолодежь. Бизнес” Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” конкурсына теркәй башлай. Унда йәш эшҡыуарҙарға федераль кимәлдә үҙҙәренең проектын күрһәтеү, медиа ярҙам, эксперттар ярҙамы алыу, файҙалы танышыуҙар булдырыу, бизнес берләшмәлә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бар.
Конкурс йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға, уңышлы бизнес практикты таратыуға, төбәктә эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ғаризалар өс йүнәлеш уйынса ҡабул ителә: “Йәштәр идеялары менән”, “Эш башлаусы эшҡыуар”, “Алдынғы эшҡыуар”. Уларҙың һәр береһендә 12 номинация буйынса ғариза бирергә мөмкин.