Мотал ағайҙың бала сағы һәм йәшлек йылдары ғәмһеҙ һәм бәхетле үтә. Ата-әсәһенең, Йәүҙәт ағаһы менән Фәриҙә апаһының иркәләү-наҙына ҡойоноп үҫкән малайҙың күңеле гел сафлыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла. Уҡыусы сағында ауылына, тәбиғәт хозурлығына бағышлап яҙған шиғырҙары гәзит-журналдарҙа баҫылып сыға. Шиғри күңелле, йор һүҙле булыуы әсәһе Вәлимә Мотаһар ҡыҙынан килә. Туған йәнлелек, эшһөйәрлек, ярҙамсыллыҡ һыҙаттары атаһы Зәкирйәндән бирелгән. Әммә атай йылыһын оҙаҡ тойоп йәшәргә яҙмаған булған икән әңгәмәсемә. 18 йәше тулып, әрмегә саҡырыу ҡағыҙы алған ваҡытта һөйөклө атаһы гүр эйәһе булып ҡала. Ағаһы хәрби комиссариат менән барып һөйләшкәндән һуң, Моталға атаһынын 40 көнөн үткәргәс, әрмегә юлланырға рөхсәт итәләр. Ошонан һуң ул тормоштоң аҡ һәм ҡара һыҙаттарҙан тороуын яҡшы аңлай башлай. Артабан студент йылдары, мөхәрририәттә эшләү, өйләнеү. Иң мөһиме –ул бер ваҡытта ла йәшләй генә тол ҡалған әсәһен ташламай. Һәр ваҡыт әсәһенә терәк-таяныс булып бергә йәшәйҙәр.
Тормош булғас төрлө саҡтар була... Мотал ағайға тәүге ҡатыны, йәндәй күргән өс балаһы менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙмаған икән. Ғаиләләге үҙ-ара низағтарҙы, Фидан улының үлемен ауыр кисерә ул. Күңел тыныслығын юғалтып, бергә йәшәүҙән йәм тапмай башлағас, улар айырылыша. Йөрәге яраланған Мотал ағайҙы яратҡан шөғөлө генә ҡотҡара, тиһәк тә хата булмаҫ. Ул башкөллө яҙыу эшенә, ижад итеүгә тотона. Редакциянан китеп, Йылайыр һөнәрселек училищеһы ятаҡханаһында художество етәксеһе булып эшләгән осоро тураһында йылы хәтирәләр һаҡланып ҡалған. Студенттар менән спектакль ҡуйып, ауыл һайын йөрөүҙәре үҙе бер тарих.
Тере кеше тереклек итә, тигәндәй Хоҙай Тәғәләнең киң ҡөҙрәте менән йәш иргә тағы ла бәхет йылмая. Әңгәмәсем тормошоноң был өлөшөн берсә тулҡынланып, берсә ҡыуанып һөйләй.
– Бынан 25 йыл элек булды был хәл. Олоғая барған әсәйем менән район үҙәгендә көн итә инек. Күршелә генә апайымдың ҡыҙы йәшәй ине. Баҡһаң, ул мине бер янғыҙ ҡатын менән таныштырырға уйлап йөрөгән икән. Яҙғы матур көндәрҙең береһендә теге таныш ҡатынын беҙгә мунса төшөргә саҡырған. Ҡунаҡ килә тигәстәр эҫе итеп мунса яҡтым. Әйткәндәй, мин ғүмерем буйына кешеләрҙән фатиха алыу өсөн уларҙы мунсаға саҡырам. Шунан һеңлем менән теге ҡатын йыуынып сыҡтылар. Таныштыҡ. Исеме Эльвира икән. Бергәләп сәй эсеп ултырабыҙ. Боҫмаҡта боҫоп ятырға бороңғо әбей түгел бит, әсәйем дә эске бүлмәнән сығып ҡунаҡ менән танышты. Етмәһә әсәйем Эльвираның әсәһе менән электән ҡоҙа-ҡоҙағый булышайыҡ тип һөйләшеп йөрөгән булып сыҡты. Сәйҙән һуң Эльвираны оҙатып ҡуйҙым, өй телефондарының номерын алыштыҡ. Шулай итеп, яҙмыш ҡушыуы буынса, беҙ буласаҡ хәләл ефетем менән дуҫлашып киттек. 2001 йылда ике яҡтан туғандарҙы йыйып, никах уҡыттыҡ. Артабан беҙҙең йортта әсәйем менән өсәүләп татыу ғүмер иттек. Ғаиләбеҙҙең шатлығы булып улыбыҙ Райман тыуҙы. Уға биш йәш тигәндә, эргәһенә иш итеп, Балалар йортонан алты йәшлек Алик исемле малайҙы тәрбиәгә алдыҡ. Сөнки медицина күрһәткесе буйынса табиптар ҡатыныма башҡа бала табырға ҡушмағайны. Аликка мулланан үҙебеҙсә Батырхан тип исем ҡуштырҙыҡ. Уны 1-се класҡа уҡырға бирҙек. Улдарыбыҙ ағалы-ҡустылы булып татыу үҫтеләр. Эльвирама рәхмәт, ҡәйнәм тип өҙөлөп торҙо, әсәйемде һуңғы һулышына тиклем ҡараны, – тип хәтер йомғағын һүтә Мотал ағай.