Һуңғы осорҙа муниципаль район территорияһында ҡарауһыҙ йөрөгән малдар күбәйҙе. Бигерәк тә уның республика һәм урындағы тәғәйенләнештәге автомобиль юлдарына яҡын йөрөүе, ауыл урамдарында күренеүе хәүеф тыуҙыра.
Бөгөн көтөүһеҙ йөрөгән берәҙәк малтыуар урындағы халыҡтың ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау органдарының да көнүҙәк проблемаһына әйләнде. Ҡарауһыҙ ҡалған
йән эйәләре арҡаһында ауылдарҙа кәртәләр ватыла, урамдар бысрай, сәсеүлектәр, сабынлыҡтар тапала һәм башҡа төрлө зыян күрелә.
Күптән түгел республикала көтөүһеҙ йөрөгән малдар өсөн ҡатыраҡ яза булыуы тураһында хәбәр ителде.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән закон проекты көсөнә инде. Баҫыуҙар, бесәнлектәрҙе тапаған йәки юлға сыҡҡан мал өсөн хужаһы яуап бирәсәк.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына индерелгән үҙгәрешкә ярашлы, ябай кешеләргә – 4 мең, юридик шәхестәргә 25 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡабатлап тотолған осраҡта, аҡсалата яза икеләтә арта.