+24 °С
Ямғыр
Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рабиға апай Таһирова бик ҙур эш башҡарған.
Районда, ауыл биләмәһендә ойошторолған сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем булған хужабикә тырышып донъя көтә. Уны белгән һәр кем тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Мал-тыуарын да көтә ул, баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емештәрҙең күп булыуы Рабиға апайҙың бар яҡтан да уңған булыуы тураһында һөйләй.
Ошо көндәрҙә Рабиға апай рекорд ҡуйған. Ул бик тәмле генә һары майҙы бешеп, 5 килограм да 900 грамм итеп йомарлауға ирешкән.
Бына шундай уңған да, тырыш та ханым ул, Рабиға апай! Афарин!