-18 °С
Болотло
Бәләкәйерәк ҡыярҙарҙы йыйып алып, яҡшылап йыуабыҙ. Стерилләнгән банканың (0,5, 0,7, 1 литрлыҡ) төбөнә икешәр япраҡ ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроптың башын, өс бөртөк ҡәнәфер, биш бөртөк ҡара борос, бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ һалабыҙ.
Кемгә әскелтем тәм өҫтәй оҡшай, бер аш ҡалағы горчица порошогы өҫтәргә мөмкин. Уларҙың өҫтөнә ҡыярҙарҙы тултырабыҙ ҙа, ярты аш ҡалағы тоҙ, ярты аш ҡалағы шәкәр һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ.
Биш минут ултырғас, һыуын кире кәстрүлгә ҡоябыҙ, ҡайнатып сығарабыҙ һәм ҡабаттан банкаға ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә 25 г аш һеркәһе өҫтәп, өҫтөн стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, түңкәреп, һыуынғансы ябып ҡуябыҙ.