Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2024, 17:00

Бар булмышы уның - ихласлыҡ

Олоғайған һайын бәғзе әҙәмдәрҙең тормошона, йәшәү рәүешенә, кешелек сифаттарына һоҡланаһың, уларҙы өлгө итеп ҡуйғы килә. Ана шундайҙарҙың береһе ул минең ҡәйнешем – Вәкил Сәлихйән улы Батисов. Вәкил Батисов 1955 йылда Йылайыр районының Үҫәргән ырыуына ҡараған Һабыр ауылында донъяға килгән. Бөгөнгө көндә ул Байғужа ауылында йәшәй.

Яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, уның бала сағы ике ауыл араһында үтә. Вәкилгә 1 йәш тулғанда ата-әсәһе айырылышҡан һәм уға 5 йәш тигәндә әсәһе күрше ауылға икенсегә тормошҡа сыға...
5 йәшкә тиклем ҡартатай-өләсәй ҡарамағында үҫкәнгәме, уларҙың күңел йылыһы, һөйөүе етмәүен тойопмо, күңеле Һабырға тартыла: шунда буй еткерә, шунда белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлимйән ҡартатаһы менән изге күңелле Хәйерниса өләсәһендә йәшәгән йылдарын «һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ» булған икән, тип иҫкә ала ул.
ЭШЛӘҺӘҢ – ЭШ ҠАРЫШМАЙ.
Вәкил Батисов тормошта үҙ һуҡмағын үҙе һалды, кемдәргәлер арҡаланырға, кемдәндер ярҙам көтөп ултырырға яратманы. Армияға тиклем үк «Башҡорт» совхозының «Байғужа» бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та, тыуған совхозында ең һыҙғанып эшкә тотона.Техниканың ниндәйенә генә ултырып эшләргә тура килмәй уға. Т-25 тракторы менән бесән сапһынмы, К-700-ҡа ултырып, көндө төнгә ялғап, ер һөрһөнмө, ферма малдарына бесән, ферма быҙауҙарына һөт ташыһынмы – һәр ваҡыт үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Һөтсөлөк фермаһында бер аҙ малсы булып та эшләп ала. Ә бер көндө уны совхоз директоры Рәмил Ғәлим улы Дәминев саҡыртып ала:
– Байғужа фермаһында эштәр көйһөҙләнеп тора, әйҙә, мөдир булып бар. Һин булдыраһың, ҡулыңдан да, телеңдән дә килә. Мин һиңә ышанам, – ти.
«Минең белем дә самалы, булдырып булмаҫ», тип ҡырталашһа ла, «Һин бит – коммунист», тип, ай-вайына ҡуймай, ферма мөдире итеп тәғәйенләй. Һәм ҡәтғи талаптарын да ҡуя: ферма эшенең көнө лә, төнө лә, ямғыры ла, бураны ла юҡ, малдар ҡаралған, һыйырҙар һауылған, һөт тапшырыу планы үтәлгән, малсылар өсөн шарттар булдырылған булырға тейеш.
Ҙур ышаныс күрһәткәндәр икән, аҡларға кәрәк. Вәкил был өлкәлә лә һынатмай, тырышып эшләй, хеҙмәтенә күрә хөрмәте – Маҡтау ҡағыҙҙары шул турала һөйләй.
Вәкилдең хеҙмәт юлының ике тиҫтәнән ашыу йылы урман хужалығы менән бәйле. Әйтергә кәрәк, яратып, күңел биреп эшләй ул был тармаҡта. «Урман – һаҡсыл ҡараш булғанда ғына йәшел ҡалҡан ул», – тип ҡабатларға ярата мәҡәләбеҙ геройы. Һабыр урман хужалығының татыу, берҙәм коллективында йөҙөп йөрөп эшләй. Һәр яҙ һайын гектарлаған ерҙәрҙә ҡарағай үҫентеләре ултыртыу, урман таҙалау, уны янғындан, уғрыларҙан һаҡлау, ҡыр йәнлектәренә бесән, миндек әҙерләү, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләү һәм башҡа ваҡ эштәрен һанап та бөтөрлөк түгел. Бөгөн ул ултыртҡан ҡарағайҙар буй еткергән, юл буйына ултыртҡан ағастары иһә ел – дауылдарға ҡаршы ҡалҡан булып тора.
Вәкил Сәлихйән улының емешле эшенең һөҙөмтәһен бында ла күрәләр: бер нисә тапҡыр Урман хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙын ала ул.
Хужалыҡта үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, эшһеҙ ҡалғас та, ҡул ҡаушырып ултырмай, игенселек буйынса фермерлыҡ хужалығы ойоштора. Һуңғы йылдарҙа бәкәлгә һуҡҡан ҡоролоҡҡа ҡарамай, хәләл көсө, түккән тире менән уңышҡа өлгәшә, ауылдаштарын, күрше-тирә ауыл халҡын да иген менән тәьмин итә. Йыл һайын ауылда үткәрелгән һәр төрлө байрамдарҙа бағымсы була. 2013 йыл йомғаҡтарын барлағанда, «Йыл фермеры» булып таныла. Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы һәм түшкә ҡаҙай торған исемле значок менән бүләкләнә.
«Һөйрәгән атҡа йөктө күп тейәйҙәр», тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Вәкил Сәлихйән улы ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, оҙаҡ йылдар ауылдың алыштырғыһыҙ старостаһы була. Бар эштә лә әүҙемлеге, тырышлығы өсөн 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан бирелгән юбилей миҙалына лайыҡ була.
Ат эйәрләп менмәгән, көрәштә бил бирмәгән егет-егет буламы...
Был – минең фекер. Вәкил бала сағынан ат йәнле кеше булды. Йәш сағында, яҙғы һабантуйҙар етһә, аҫау аттарҙы ауыҙлыҡлар, бәйгегә әҙерләр, ҡамсы үрер ине. Ярыштарҙа үҙе лә ҡатнашты, һуңынан сабышҡа аттар әҙерләне. Ә инде күпселек ир-аттарҙың хыялы булған милли көрәш – уның яратҡан спорт төрө, тиһәң дә була. Район һабантуйҙарында ғына түгел, район намыҫын яҡлап, ситтә үткәрелгән милли көрәштәрҙә лә бил һынашырға тура килде уға.
Йылдар үтә килә, ошондай ярыштарҙа ата-бабаларыбыҙҙан килгән элекке талаптарҙың боҙолоуына юл ҡуйыуҙарына йәне әсей. Ат көтөп тә, һыбай йөрөй белмәгән, сыбыртҡы-ҡамсы урынына сыбыҡ йә таяҡ тотоп ат ҡыуғандарға ҡарап та көрһөнөп ҡуя.
Бөгөнгө көндә, эш юҡлығына һылтанып, эскелек һаҙлығына батып барыусыларға ҡарап та йөрәге әрней уның. Вәкил ҡәйнешем үҙе, был йәһәттән, күптәргә өлгө булырлыҡ: тәмәкене ауыҙына алған кеше түгел, бына 30 йылдан ашыу инде айыҡ тормош алып бара.
Ғаиләһе – ҡәлғәһе уның. Ҡорған доньяларын гөлдәй итеп тотҡан Әлфиә киленебеҙ менән бер ул, бер ҡыҙға ғүмер биреп, юғары белем алырға ярҙам итеп, эйәле-башлы иттеләр. Аллаһы тәғәлә яратҡан ҡолдарына ғына һынауҙар ебәрә, тиҙәр, хаҡтыр... Улдары яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы. Саралар юҡ, илай-көлә ғүмер юлын һүтә әҙәм балаһы. Көслө рухлы, миһырбанлы туғандарым килендәре менән ейәне өсөн әле лә өҙөлөп торалар, ярҙамдарынан ташламайҙар.
Вәкил менән килен бер-береһенә эштәрендә ярҙамлашып, бер-береһен күтәрмәләп йәшәйҙәр. Әлфиә киленебеҙҙең хаҡлы ялға «Башҡортостандың мәғариф отличнигы», «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе булып сығыуында ла тормош иптәшенең өлөшө бар.
Бар булмышы менән ихлас, йор һүҙле, бөтә кешегә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ауыр саҡтарҙа икеләнмәй иңеңде ҡуйырҙай, арҡа терәрҙәй ир-уҙаман ғына түгел, Үҫәргән ырыуының лайыҡлы ир-уҙаманы ул – Вәкил Сәлихйән улы Батисов!
Нурия БАТИСОВА,
Мәғариф ветераны.
Һабыр ауылы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас