-5 °С
Болотло
Башҡортостанда 2019 йылдан алып 131 урман һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы һатып алынған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Экология “ милли проектына (национальный проект “Экология“) ярашлы башҡарыла.
Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, бынан тыш 400 миллион һумдан ашыуға 573 төрҙәге төрлө ҡорамалдар алынған. Быйыл “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенә 39,4 миллион һумлыҡ махсус техника бүленгән.
“Яңы техника һәм ҡорамалдар Өфө, Салауат, Белорет, Дүртөйлө һәм Әбйәлил райондарында урынлашҡан икенсе һәм өсөнсө типтағы биш урман һүндереү станцияһына тапшырылды”, – ти урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.