Көтөүсе муҡсаһы составында К витамины күп, шуға ла ул ҡан туҡтата торған иң яҡшы сара. Был үләнде аналыҡ (матка), үпкә һәм ашҡаҙандан ҡан китеүҙән, геморрой, йәрәхәт, сей яра, күгәргән урындарҙы дауалауҙа ла ҡулланалар. Шулай уҡ, көтөүсе муҡсаһынан эшләнгән препараттар аналыҡ һәм эсәктәрҙең шыма мускулдары тартылыуы-на булышлыҡ итә, ситтәге ҡан тамырҙарын тарайта. Үләндән эшләнгән төнәтмә, ҡайнатма һәм настойка ауырттырып килгән күрем мәлендә, цистит, тоҙ алмашыныуы боҙолған, климаксты ауыр кисергәндә ҡулланыла.
Көтөүсе муҡсаһын сәскә атҡан мәлдә йыялар, шуға көҙгә тиклем әҙерләргә була. Ҡоро көндә йыйырға кәрәк, үлән дымлы булырға тейеш түгел. Үләндең өҫкө өлөшөн 40 см тирәһе буйлыҡ итеп ҡырҡып алалар, ботағында сәскәһе, япраҡтары, өлгөрөп етмәгән емештәре лә инеп китә. Көтөүсе муҡсаһында аҡ таптар булһа, тимәк бәшмәк төшкән һәм ундай үләнде йыймаҫҡа. Көтөүсе муҡсаһын халыҡта ярут йәки ҡош күмәсе тип йөрөтөлгән ҡый үләне менән бутауы еңел, шуға иғтибарлы булырға кәрәк. Көтөүсе муҡсаһының тамырына яҡын япраҡтары бәпембә япрағын хәтерләтә, ә ярут үләне япраҡтары оҙонса һәм киртләсһеҙ. Был ике үләндең айырмаһы тағы ла шунда: көтөүсе муҡсаһының орлоҡ ҡуҙаҡтары йөрәк формаһында, ә яруттыҡы түңәрәгерәк.
Йыйылған көтөүсе муҡсаһын йәймәгә йоҡаҡҡына итеп таратып күләгә урында, яҡшы елләтелгән урында киптерәләр. Онтаҡлағанда үләне 2 проценттан, тамырынан айырылмаған һарғайған япраҡтары 3 проценттан артмаҫҡа тейеш. Киптерелгән үләнде ҡағыҙ йә туҡыма муҡсала ҡоро, һалҡын урында 2-3 йыл һаҡларға була.
Көтөүсе муҡсаһында ағыулы матдәләр юҡ, шуға киптерелмәгән көйө салатҡа ҡушырға мөмкин.
Ҡан ағыуҙы туҡтатыу өсөн төнәтмәне ике-өс көн дауамында көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ итеп эсергә. Ул күрем циклын нормалләштерә, бала тапҡандан һуң организмды элекке хәленә ҡайтара. Төнәтмәне әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ көтөүсе муҡсаһын ваҡлап кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә.
Түлһеҙлек. Әгәр ҙә түлһеҙлек ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһында шешеү процессы барыу сәбәпле булһа, махсус үлән төнәтмәһе ярҙам итеүе бар. Төнәтмәне ашарҙан 40 минут алда 1 стакан эсергә. Дауаланыуҙы күрем килерҙән 5 тәүлек алда башларға кәрәк, күрем башланыу менән туҡтатырға. Шул рәүешле 5-6 дауаланыу курсы үтергә. Төнәтмәне әҙерләү тәртибе: бе-решәр ҡалаҡ бәпембә тамыры, туҡранбаш, көтөүсе муҡсаһы, календула, кесерткән (жгучая) үләндәрен бергә ҡушып, 1,5 литр һыуыҡ һыу ҡойоп яй ғына утта 5 минут ҡайнатырға. Шунан 3 сәғәт төнәтергә, һөҙөп алырға. Төнәтмәне литр ярымлыҡ банкаға ҡойоп, быуға әйләнгән өлөшөн тулыландырып, ҡайнатып һыуытылған һыу өҫтәргә. Төнәтмәне эскәндә эстең аҫҡы өлөшөндә һыҙлау тойғоһо барлыҡҡа килеүе бар, еңелсә генә ауыртыуы ҡурҡыныс түгел.
Сәс ҡойолғанда. Ҡайнатма менән сәс төбөн көнөнә ике тапҡыр ыуырға кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 25 г көтөүсе муҡсаһына ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, һауытты һыулы кәстрүл эсенә ҡуйып 20 минут ҡайнатырға. Шунан һуң ҡайнатманы 45 минут төнәтеп, һөҙөп алырға. Был сараның шифаһы 2 тәүлек кенә һаҡлана.
Иҫкәртеү: ҡандың ойошоусанлығы юғары булғанда, шәхсән түҙә алмаҫлыҡ, йөклө булғанда, тромбофлебит, имеҙгәндә, күрем аҙ килгәндә ҡулланырға ярамай.
“Киске Өфө”нән.
Табип менән кәңәшләшергә ономағыҙ.