Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Октябрь 2024, 09:10

Духовкала бешкән хуш еҫле кәтлиттәр

Ит фаршына йәшелсә өҫтәһәң, бигерәк тәмле була икән.

Кәрәк буласаҡ:

Фарш — 450 г
Бер баш һуған
Тәменсә тоҙ, ҡара борос
Помидор — 1 дана
Сыр — 60–70 г
Майонез йәки ҡаймаҡ — 2–3 ҡалаҡ

Фаршҡа тоҙ, борос, һуған ҡушып, иҙгеләргә лә кәтлит формаһына килтереп, уртаһына “оя” яһарға. Уларҙы табаға (противенгә) һалырға. “Оя”ны майонез (ҡаймаҡ) менән һылап, өҫтөнә түңәрәкләп ҡырҡылған помидор һалып, уның өҫтөнә эре итеп ҡырылған сыр һибергә һәм 190 градус эҫелектәге духовкаға 40 минутҡа ултыртырға.

Эҫе генә көйөнсә ашаһаң, тәмлерәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас