Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Октябрь 2024, 05:25

ШӨҒӨЛДӘРЕГЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МӘҢГЕЛЕК...

Мәктәпте тамамлаған һәр кешегә изге уҡыу йортонда үткәргән йылдары синыфташтар, дуҫтар менән генә хәтергә уйылып ҡалмай, ә белем биргән остаздарының дәрестәре менән дә күңелдәрендә бер нур булып балҡый. Шул нур тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш тә бирә, көс-ҡеүәт тә өҫтәй.

Мин үҙем Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбендә 1997-2008 йылдарҙа уҡыным. Ул осорҙа беҙҙе уҡытҡан һәр бер уҡытыусыма рәхмәтлемен, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте алдында баш эйәмен.
Бөгөнгө һөйләр һүҙем ҡасандыр беҙгә белем биргән татыу ижади ғаилә – ҠОҘАШЕВТАР тураһында булыр. Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрһә, Илдар Ильяс улы тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренең асылын аңларға ярҙам итте. Уларҙың дәрестәре һәр ваҡыт күңелле һәм үҙенсәлекле үтә торғайны. Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы етдирәк һәм талапсан апай булһа, Илдар Ильяс улы иһә – бер аҙ шаян, беҙҙе көлдөрткән ағай. Уларҙы ғаилә ептәре генә түгел, ә эшкә булған тоғро мөхәббәт тә бәйләй ине. Шул тиклем һоҡланғыс һәм үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡ ғаилә. “Шөғөлдәрегеҙ һеҙҙең мәңгелек,” – тип әйтке генә килә.
Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы үҙенең уҡытыусылыҡ эшенә бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашты: “Беҙ Илдар ағайың менән икебеҙ ҙә Һабыр ауылында тыуып-үҫкән Үҫәргән ҡыҙы һәм егете. Иптәшемдең тәрбиәләнгән ғаиләһе эшсәнлеге менән дан алһалар, мин үҫкән ғаиләлә уҡытыусылыҡ һөнәренә тоғролоҡ бар ине. Әсәйем ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләне, уның изге һөнәрҙәге юлын беҙ, дүрт балаһы, дәррәү дауам иттек: сөнки бәләкәй саҡтан был эштең бөтә нескәлектәрен күреп, аңлап үҫтек. Алты баланан дүртебеҙҙең белем биреү өлкәһендә ҡайнап йәшәүебеҙ минең өсөн үҙе бер ғорурлыҡ булды. Минән: “Һинең остазың кем ул?” – тип һораһалар, мин һәр ваҡыт: “Әсәйем”, – тип яуап бирәм. Уҡытыусылыҡ эшенә һөйөү тап уның өлгөһөндә беҙҙең күңелдәрҙә бөрөләнде.
Был изге һөнәр мине ғүмере буйы оҙата килә. Ни өсөн тигән дә, буласаҡ тормош иптәшем дә минең коллегам булды. Заманында бергә филология йүнәлеше буйынса БДУ-ла уҡыныҡ. Илдар ағайыңа башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытырға тура килмәне, ул күберәк хеҙмәт, черчение, йәмғиәт белеме, тарих фәндәренән уҡытты. Мин үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Элек, дәрес үткәреү өсөн әҙер күргәҙмәләр булмаған саҡта, Илдар ағайың үҙ ҡулдары менән оҫта итеп күргәҙмә материалдар эшләп бирә торғайны. Шуларҙы ҡулланып, уҡыусыларыма белем иленә юл һала инем. Беҙ икебеҙ ҙә Һабыр мәктәбендә гөрләтеп, үҙ эшебеҙҙе яратып, ихлас эшләнек. Арыу-талыуҙы белеү ҙә юҡ, һәр ваҡыт концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Үҙе бер күңелле ваҡыт булып күңелдә уйылып ҡалған шул осор. Ҙур, берҙәм, тырыш, дәртле һәм татыу коллективта эшләүебеҙгә сикһеҙ ҡыуандыҡ, эшебеҙҙән уңдыҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас