Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Октябрь 2024, 04:25

Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе

Уҡытыусы һөнәре, Уҡытыусы эталоны хаҡында фекер йөрөткәндә минең күҙ алдыма башланғыс кластар уҡытыусыһы образы килеп баҫа. Ә ошо образ артында конкрет рәүештә Мелкоедова Рәйсә Ғиниәт ҡыҙын күҙаллайым.Яҙмышыма рәхмәтлемен - әле студент саҡтарымда уҡ исеме күңелдәргә ысын мәғәнәһендә ҙур хәрефтән уйыласаҡ Уҡытыусы менән осраштырҙы.Нәҡ ул миңә үҙенең бай һәм тәрән күңел донъяһын асты, тормошто яратырға, киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһарға өйрәтте.Башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы яҡын - тирәлә ятҡан Ҡамышүҙәк, Суртанүҙәк, Балапан, Үрге Сәлим, Иҫке Яҡуп, Япарһаҙ туғыҙ йыллыҡ кеүек аҙ комплектлы мәктәптәрҙә уҡытҡан йәш педагогтарҙың дәрестәренә йөрөп,йәш белгестәргә кәңәштәрен бирә, һәр яҡлап күтәрмәләй, тынғыһыҙ эштәрендә ҙур методик ярҙам күрһәтә, үҙенең асыҡ дәрестәренә саҡырып, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша ине.

Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһеХеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе
Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе

Ул осор әлегеләй техника гөрләп тормай,мәктәптәрҙең дә үҙ транспорты булмай - Рәйсә Ғиниәт ҡыҙына күп сараларға,дәрестәргә йәйәү йөрөргә тура килә.
Аңлайһығыҙҙыр, уҡытыусының кисәге студенттарға - бөгөнгө йәш кенә белгестәргә ярҙам итеү теләге шундай көслө була - йәштәргә методик ярҙам күрһәтергә, үҫергә,яңынан - яңы уңыштарға өлгәшергә, ҡанат ҡуйырға ашҡына.
Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы менән тәүге осрашыуым алыҫ 1995 йылға ҡайтып ҡала. Салауат педучилищеһының студенты булараҡ, үҙемдең тыуған ауылым мәктәбендә практика үтә инем. Башланғыс кластар уҡытыусыларының куст семинарында 1-се кластарға "Әлифба "нан дәрес бирәм.
Бик яуаплы һәм мөһим ваҡиға был практикант өсөн.
Рәйсә Ғиниәт ҡыҙының минең дәресемә баһа биреп әйткән һүҙҙәре, дәресемде хуплап ҡанатландырыуы мәңге хәтерҙә! Уларҙы мәңге онотасаҡ түгелмен!
Эйе, тәжрибәле остаздың, белемле һәм абруйлы педагогтың баһаһы ҙур иғтибарға лайыҡ ине. Уның мине маҡтап әйткән һүҙҙәренән ҡанатланыуым! Иңдәрҙең - иңе һаналған уҡытыусы һинең хаҡта шундай һүҙҙәр әйтһен әле!
Ә инде күпмелер ваҡыттан Рәйсә Мелкоедова менән миңә коллегалар булып эшләү насип булды. Уның менән бергә эшләү генә лә бәхеттең үҙе ине.
...Балалар менән эштә шул мөһим: уҡыусыңда күҙгә әле күренмәгән - шәйләнмәгән өмөт орлоҡтары киләсәктә матур шытым биреп, үҫеп китәренә, унан инде файҙалы, өмөтлө, матур емеш биреренә ышаныу һәм ошо юҫыҡта арымай - талмай эшләү.…
Уның дәрестәрендә, семинар - практикумдарында булғандарҙың фекере: "Һәр баланың үҫешен иғтибарлап күҙәтә, уларҙың шәхсән һәләтенән, Хоҙайҙан бирелмеш мөмкинлектәренән сығып эш итә.Балаларҙа күҙәтеүсәнлек, үҙаллылыҡ тәрбиәләй.
Уның дәресендә бер кем буш ултырмай һәм берәүгә лә күңелһеҙ түгел. Һәр дәресе шундай итеп төҙөлә - кластағы бөтә кеше уның айырылғыһыҙ ҡатнашыусыһына,камиллыҡтың бер өлөшөнә әйләнә.Балалар бөтә нәмәгә өлгөрә".
Кеше аҡыллы һәм изге күңелле була барған һайын икенсе кешелә изгелекте нығыраҡ күрә,тиҙәр.Хаҡ был һүҙҙәр - Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы нәҡ шундайҙарҙан. Уның бай күңелендә һәр саҡ яҡты яҙ, уның холҡо - ярһыу ағымлы йылға, эшләгәне - изгелек.
Бер урында тороп сыҙай торған кешеләрҙән түгел ул - һәр саҡ хәрәкәттә,эҙләнеүҙә һәм башҡаларҙы ла ошоға әйҙәү өҫтөндә.
Үҙе 35 йыл эшләгән мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары өсөн Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы баш хәрефтән Уҡытыусы!
Мелкоедовтар - Матрай мәктәбенән баш алған матур традициялар, изге эштәр башланғысында торған быуын вәкилдәре.
Уларҙың йортонда булған һәр кемде бай китапханалары һоҡландырмай ҡалмағандыр - Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы менән Николай Павлович һәр саҡ китапҡа, гәзит -журналдарға ҙур иғтибар бүлде.
Уларҙың өйөндә теләгән китапты,баҫманы,брошюраны табып уҡыу мөмкинлеге бар ине. Методик әҙәбиәттең дә ниндәйе генә юҡ ине!?
Мелкоедовтар ғаиләһендә музыкаға һөйөү көслө булды - был Рәйсә Ғиниәт ҡыҙына ҡандан күскән. Атаһы, данлыҡлы агроном, Хеҙмәт геройы Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы - тәбиғәттән бирелмеш оло талантҡа эйә йырсы ине, боронғо халыҡ йырҙарын ихлас башҡарҙы. Ә әсәһе Сәрүәр Солтансәлим ҡыҙы фольклор ансамблендә ҡатнашты.
Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы үҙешмәкәр сәнғәткә тоғро булды - урындағы мәҙәниәт йортонда халыҡ инструменттары ансамблендә мандолинала уйнаны.
Улдары Борис та моңға ғашиҡ. Ҡартатаһынан күскән уға был һәләт. Уның башҡорт халҡының рухи гимны булған "Урал "ды иҫ киткес итеп башҡарыуы - ошоға дәлил.
Ни сәсһәң,шуны урырһың, ти халыҡ.Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы яратып балалар күңеленә сәскән орлоҡтар быуын - быуын булып шытым биреп, тос емештәрен бирә - уның йөҙәрләгән уҡыусылары тормошта үҙ урындарын лайыҡлы тапҡан, билдәле шәхестәр булып киткән.Тормошта һәм эштә уңыуҙарын остаздарының тырышлығынан, тип һанайҙар.
Үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыларының өйөнә һуҡмаҡты таҡырайтҡан уҡыусылары - киләләр,хәл - әхеүәл белешәләр, шатлыҡ - ҡайғылары, осош - балҡыштары менән уртаҡлашалар.Теләһә ниндәй уңышлы министр уның тартыу көсөнә көнләшер ине!
Уҡытыусы һәр саҡ уҡытыусы булып ҡала.Хаҡлы ялдағы остаз һаман сафта,һаман йәмәғәт эштәренең уртаһында - Рәйсә апай урындағы "Ағинәй "ҡоро етәксеһе,ҡатын - ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы,ҡатмарлы заманда илдең билен нығытыр,халыҡты тупҡа ойошторор ирекмән дә.
Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе,ти халыҡ. Бар ғүмерен халҡына,аң - белем таратыуға, киләсәк быуынға матур тәрбиә биреүгә бағышлаған олуғ шәхес,ҙур хәрефтән Уҡытыусы Мелкоедова Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы нәҡ шундайҙарҙан.
Әлфинә Көҫәпова,
Йылайыр ауылы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас