Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Октябрь 2024, 06:06

Егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелде

Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе яугирҙәрҙең яҡындарына, ғаиләләренә утын менән ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ Йомағужа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан яугирҙәргә ҡорот киптереү эше башланып торһа, бына инде нисәнсе тапҡыр маскировка селтәре әҙерләү ҙә дауам итә.

Егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам  күрһәтелдеЕгеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам  күрһәтелде
Егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелде

Шундай актив ауыл халҡына һоҡланырға ғына ҡара. Был изге эшкә ауылдаштарын тағы ла әүҙемерәк ҡушылыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Эйе, күмәкләгән яу ҡайтарған тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит, башланған эште дауам итеп, аҙағынаса еткереп, уның файҙаһын күрһәк беҙҙең өсөн дә, яуҙағы яҡташтарыбыҙ өсөн дә бик яҡшы буласаҡ бит.


Ауыл биләмәһендә йәшәүсе ир-егеттәр МХО-ла йөрөүсе егеттәрҙең яҡындарына утын әҙерләп үҙ техникалары һәм көстәре менән ҙур ярҙам күрһәткән. Биләмә башлығы Рөстәм Тотманов унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.


Кисә ойошторолған утын өмәһенә Ҡашҡар ауыл биләмәһе халҡы ла ҡушылған. Афарин, уларға!


Ә бына ҡорот киптереү эшен йәнләндергән ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер инде бик күп күләмле ризыҡ әҙерләгән. Ҡорот, май менән ярҙам иткән Йомағужа халҡы үҙҙәренә ҙур сауап алалар. Уны йомарлап һәр бер йомғаҡты ваакумлауҙа ҡатнашҡан апайҙар ҙа ысын күңелдән был эште башҡара.


Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, бына шуны оноторға ярамай! Һәр эшләнгән изгелек кешегә меңләтә сауап булып ҡа бит ул, шуның өсөн ошондай сараларҙы ойоштороғоҙ һәм уны башлап йөрөүселәргә ярҙам итегеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас