Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Октябрь 2024, 05:10

Кәбеҫтәнән тәмле пирог

Иң яратып бешерелгән ҡамыр ашы.

Кәбеҫтә пирогы рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Уның әҙерләү өсөн ярты килограмм кәбеҫтә, 100 грамм аҡ май, ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, ярты ҡалаҡ тоҙ, 6 аш ҡалағы он һәм 2 ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡысы кәрәк.

Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, тәрән табаға һалырға. Майҙы тураҡлап, табала иретәбеҙ һәм кәбеҫтә һалып бешерәбеҙ. Шул арала ҡамыр әҙерләйбеҙ: йомортҡаларҙы туҡып, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Һуңынан бешкән кәбеҫтәне ҡамырға һалып пирог эшләйбеҙ ҙә духовкала бешерәбеҙ. Бешереү ваҡыты 30-40 минут тирәһе.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас