Билдәле булыуынса, был ҡоролмалар йорттоң түшәменә ҡуйыла, янғын сыҡҡан осраҡта бинала барлыҡҡа килгән төтөн өҫкә күтәрелеп, ҡоролмаға эләгә һәм хата йоҡлап ятҡан кешене лә уятырлыҡ көслө тауыш сығара.
Ҡоролманы ҡулланыу бик ябай, уны һәр кем һатып алып, инструкцияһы менән танышҡандан һуң, үҙ аллы урынлаштыра ала. Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыуҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.
Янғын ваҡытында кешеләр нигеҙҙә һөрөм газы һәм яныу продукттары менән ағыуланыуҙан һәләк була.
Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә. Автономлы янғын иҫкәртеүсе – һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бик кәрәкле ҡоролма.
Был ҡулайламаларҙың файҙаһы бик ҙур. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын иҫкәрткестәре аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә һәм балалары булған, социаль йәһәттән хәүефле һаналған ғаиләләргә бушлай бирелә.
Хөрмәтле граждандар, янғынды булдырмау, һеҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарыу һәм милекте уттан һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән, һеҙгә үҙ йорттарығыҙға автоном датчиктар урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Әлеге янғын иҫкәртеүселәр ябыҡ биналарҙа ҡулланыла. Йортта аҙ ғына төтөн сыҡһа ла, был ҡулайлама уны шунда уҡ бик көслө тауыш менән белгертә. Өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға әлеге датчиктарҙы урынлаштырыу бигерәк тә кәрәк. Һеҙҙең, туғандарығыҙҙың тормош именлеге өсөн, һеҙгә янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡулайламаны үҙ йортоғоҙҙа булдырырға кәңәш итәбеҙ. Сөнки арзан ғына хаҡта торған прибор, меңдәрсә тапҡыр күберәк торған мөлкәтегеҙҙе ҡотҡара ала.
Электр үткәргестәрҙе ваҡытында алмаштырырға, төтөн сығыу юлдарын ремонтларға һәм таҙартырға онотмағыҙ. Үҙ йортоғоҙҙо янғындан һаҡлағыҙ.