Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Октябрь 2024, 08:05

Зарина Бағышаева ижады

Зарина Бағышаева (Назырова) 1990 йылдың 13 ноябрендә Йылайыр районы Һабыр ауылында Алмабикә һәм Урал Бағышаевтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Зарина Һабыр мәктәбенең иң алдынғы уҡыусыларының береһе була. «Йәншишмә» гәзитенең һәм «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе исемен ала. Мәктәп йылдарында «Тамсы йыры» (2006) исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә.2008-2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы журналистика факультетында белем ала. 2012 йылда уның «Яҙ бүләге» исемле икенсе китабы «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында баҫыла.Университетты ҡыҙыл диплом менән тамамлағандан һуң, Зарина Урал ҡыҙы хеҙмәт юлын элекке тоғро дуҫы – «Аманат» журналынан башлап ебәрә. Ул 2014 йылдан БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.2016 йылда Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы егете Фазыл Назыровҡа кейәүгә сыға һәм әлеге көндә улар Гөлназ, Гөлнәзирә исемле ҡыҙҙар үҫтерә.Зарина Урал ҡыҙы 2013 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында гуманитар фәндәр буйынса уҡытыусы булып эшләй.«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ» китабын йәш шағирә изге күңелле әсәһе Алмабикә Әғләм ҡыҙы һәм һөйөклө атаһы Урал Ғизелхаҡ улы Бағышаевтарҙың яҡты иҫтәлегенә арнай.

Төнгө фәлсәфә
Ҡыйырсыҡ ай тигәнем
Ни бары фонарь.
Фәлсәфәгә бирелеп,
Күңелем тағы ҡайнар...
Ауылдың айлы төнө
Етмәй шул, етмәй миңә
Ҡаланың һауаһында
Йондоҙ – сәскәләр шиңә.
Хыялымда, эх, бер ҡайтып
Һабыр күген күрәйем:
Ҡойонайым ай нурына,
Йондоҙло таж үрәйем.
Эй Һабырым, Һабырғынам,
Һағынам бит, һағынам...
Төнгө ҡала уттарынан
Уйҙар һиңә ағыла.
Үпкәләмә, онотто, тип,
Был ҡыҙый һай һауалы...
Белеп тор һин, был Өфөмдә
Етмәй Һабыр һауаһы.
Һиндәге йондоҙҙар етмәй,
Һиндәге ҡыйырсыҡ ай.
Һиңә оҙаҡ ҡайтмағанға
Күңелдән йырҙар сыҡмай.
Ғәфү ит, тыуған ауылым,
Мин ҡайтырмын, ҡайтырмын.
Мин ҡайтыуға көмбәҙеңдә
Йондоҙҙар һәм ай торһон.
Имен атһын ал таңдарың,
Ауылдаштар шат булһын!
Ул-ҡыҙҙарың ҡайтыуынан
Үҙеңә йәм – ҡот инһен!


Йылайыр ҡарағайҙарына
Ҡарағайҙар... Ҡалай ҡырағайҙар...
Үпкәләгән улар, күрәһең.
Осрашмаған осор оҙон булды,
Әле саҡ-саҡ һеҙҙе күрәмен.
Ҡарағайҙар... Ҡалай ҡырағайҙар –
Сәләмемде алмай торалар.
Ғәйеплемен, тиеп һүҙ ҡушһам да
Ҡараштарын ситкә боралар.
Ятһынмасы, тыуған Йылайырым,
Йөҙ бормасы, зинһар, үтенәм.
Йыш ҡайтып та булмай һиңә хәҙер,
Үҙем илап, үҙем үкенәм.
Ҡарағайҙар! Ғорур ҡарағайҙар!
Үтеп китә алмам һеҙгә ҡарамай ҙа...
Ылыҫ ботағында бәүеләлер,
Бала сағым ҡулын болғай ҙа...

Ата –әсәйемә
Һағыш буйлап уйым урғый кеүек
Ҡабатлаһам ошо һүҙҙәрҙе:
«Ҡайтһаң ине кире бала саҡҡа
Күрһәң ине атай, әсәйҙе...»
Бер йылмайһын ине әсәкәйем,
Бер ҡараһын ине атайым.
Һеҙҙең менән донъя теүәл ине,
Хәҙер инде һинһеҙ атлайым...
Тороп ҡалды шул уҡ зәңгәр һауа,
Шул уҡ ҡояш – мәңге йылытыр...
Был тормошта әсе елдәр иҫә,
Күңелемде кем һуң йылытыр?
Күңелемде кем һуң йыуатыр ҙа
Кем йылмайтыр эсем бошҡанда?..
Атай, әсәй тигән һайын һәр саҡ
Хыялдарым күккә ашҡандай...

Әсәйле ҡаулан буйы
Матур йола булды элек –
Ҡауланға төшә инек
Гөрләшәбеҙ, серләшәбеҙ –
Тәмле аш бешә ине.
Әсәйемдең яҡты йөҙө,
Йылмайыуы, ҡарашы
Тағы бер Ҡауланға барһам –
Килер ҙә сығыр ҡаршы.
Бында минең сабый сағым,
Әсәйле ҡаулан буйы.
Эй, Хоҙайым! Шул мәлдәрҙе
Хәтерҙән ҡуйма юйып.
Күргән һайын Һаҡмар буйын
Әсәйҙең рухын тоям.
Мин үҙем дә әсәй хәҙер –
Илар йәштәрҙе тыям.
Ҡыҙғынамдың күңеленә
Шатлыҡ моңдары ҡоям:
Өләсәйең булды, тиеп,
Ғүмерлек балҡыр ҡояш.

Ҡартәсәйҙең һыйҙары
Ҡайҙа икән ҡартәсәйҙең
Биҙрәләге ҡатығы?
Бала саҡта ул бит булды
Татлы һыйҙың артығы!
Тирләп – бешеп уйнағас та
Йәйге эҫе көндәрҙә –
Кемуҙарҙан йугерәбеҙ,
Һыулап ҡатыҡ эсергә!
Ул ҡаймағы, ул ҡорото,
Сөсикмәк, майикмәге,
Кискә бешкән һалмалы аш –
Мул табын иҫ китмәле!
...Үҫә төштөк. Һый-ниғмәттең
Күрмәнек һуң ниндәйен!
Тик шулай ҙа һағынамын
Ҡартәсәйемдең сәйен!

Бәләкәс
Мин бит япраҡ. Ябай көҙгө япраҡ.
Төҫөм алтын, ситем семәрле.
Алыҫ ҡалған йәй сәләме итеп,
Ағас-әсә һиңә ебәрҙе.
Аптыраның башта, ҡулдарыңа
Көләс йөҙлө япраҡ эләккәс.
Һиңә тигән һөйөү ҙүр булһа ла,
Мин усыңда шундай бәләкәс.
Шуға япраҡ ҡурсауҙарға мохтаж,
Уйлама, һин, уны көслө, тип.
Бөрө инем, аҙаҡ үҫтем-үҫтем,
Яндарыңа осор өсөн бит.
Ел-дауылдан, ҡар-бурандан мине
Һаҡлай алһаң, булам һинеке.
Ҡурсаларға көсөң етмәй икән,
Ташла елгә, зинһар, интекмә...

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас