+24 °С
Ямғыр
Мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙе, банк сайттарын йәки интернет-магазиндарҙы имитациялаған ялған һылтанмалар ҡуллана һәм ҡулланыусыларға булмаған приздар уйнатыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итә.
Бындай һылтанма буйынса күскәндә мутлашыусылар һеҙҙең мәғлүмәттәргә – e-mail, банк картаһына һәм башҡа шәхси мәғлүмәткә эйә була.
Смартфонығыҙ һәм мәғлүмәттәрегеҙ хәүеф аҫтында, әгәр ҙә:
Унан йәшерен рәүештә контакттар исемлеге буйынса SMS ебәрелә;
Хеҙмәттәрҙең деталдәрендә SMS йәки һеҙ ебәрмәгән һәм эшләмәгән саҡырыуҙар бар.
Иҫәптән аҡса ғәҙәттәгенән тиҙерәк күсә.
Бер нәмә лә һатып алмаһағыҙ ҙа банк картаһынан аҡса алына.