Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Октябрь 2024, 06:08

Тәмле генә тәмлекәс

Еләк-емештең ниндәйен ҡушһағыҙ ҙа була. Рецепт видеояҙмала

Тәмле генә тәмлекәсТәмле генә тәмлекәс
Тәмле генә тәмлекәс

Десерт өсөн кәрәк була:

20 процентлы ҡаймаҡ – 500 гр.

Йогурт – 85 гр.

Аҡ һөт (сгущенка) –100 гр.

Желатин – 15 гр. (хәләл, кондитер кибеттә һатыуҙа була)

Йылымыс һыу – 80 мг.

Берәй төрлө еләк-емеш һайлап алабыҙ. Тәүҙә Желатинды йылымыс һыуға һалып болғатабыҙ һәм ярты сәғәт тотабыҙ. Әҙ генә ваҡытҡа микроволновкаға ҡуйып йылымысландырабыҙ (ҡайнатырға ярамай).
Һуңынан ҡаймай, аҡ һөт, йогурт һәм һайлаған еләк-емешкә ебетелгән желатинды ҡушаһығыҙ, һауыттарға был массаларҙы һалып һыуытҡысҡа ҡуяһығыҙ.
Ә өҫтөн шоколад йә булмаһа сәтләүектәр менән биҙәй алаһығыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-130704484_16226 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас