Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә сәйәхәт итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәре, ошо йүнәлештә уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.
– Башҡортостан социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы береһен биләй. Атап әйткәндә, 2011 йылдан башлап социаль туризм проекттарында ҡатнаша. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар һәм пенсионерҙар өсөн социаль турҙар ойоштора башланыҡ. Республикала тупланған тәжрибә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бындай хеҙмәт күрһәтеү буйынса системалы эш алып барыу өсөн нигеҙ булып торорға тейеш, тип иҫәпләйем, – тине сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаусы БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин.
Ысынлап та, республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе туризмға йәлеп итеү, уларға республика буйлап сәйәхәт итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу буйынса бик күп эштәр башҡарылған. Был хаҡта ентеклерәк итеп инвалидтарҙың Рәсәй спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов һөйләне.
– Мин Башҡортостанды инвалидылығы булған кешеләр өсөн әүҙем туризм иле, тип иҫәпләйем. Сөнки 12 йыл буйы беҙ бында әүҙем туризм фестивале үткәрәбеҙ. Был фестивалгә Рәсәйҙең 10 – 15 төбәгенән киләләр. Бәлки бик күп тә түгелдер, әммә улар республиканың туризм буйынса ҙур мөмкинлектәрен күрә:спорт, тау, һыу туризмы...
Беренсе тапҡыр 2021 йылда коляскалағы инвалидтар Йүрүҙән йылғаһы буйлап ете көн буйы кәмәләрҙә аҡты. Ул ваҡытта был туризм төрө өсөн тейешле ҡорамалдар, уңайлыҡтар ҙа юҡ ине. Хәҙер иһә был туризм төрөн ойоштороу күпкә еңелләште, — тине ул.