Был водителдәр – айырым, үҙенә күрә үҙенсәлекле кешеләр, ә пассажирҙары – иң күңелле, шау-шыуға күмелгән, һәр ваҡыт көләс йөҙлө булған балалар. Водитель һөнәре, бигерәк тә мәктәп уҡыусыларын алып йөрөгән водителдәр, иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе булып тора. Улар яҡшы белгес булырға, сабырлы, сыҙамлы ла булырға һәм, әлбиттә балаларҙы ла яратырға тейеш.
Бына шундайҙарҙың береһе ул Владимир Анатольевич Филиппов. Владимир Анатольевич Йылайыр ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Мораҡ ауылында водитель һөнәрен үҙләштерә. 1984 йылдан 1986 йылға тиклем Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас та профессияһы буйынса эшкә урынлаша. Уның дөйөм хеҙмәт стажы ла нәҡ водитель булараҡ ҡына – 43 йыл.
Әле ул 2020 йылдан алып Анновка ауылынан балаларҙы Н.Р.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбенә уҡырға алып йөрөй. Уның эш көнө балаларҙы мәктәпкә ваҡытында алып барып еткереү өсөн һәр көн иртә менән башланып китә.
Владимир Анатольевич бик ышаныслы, үҙ эшен яратҡан, изге күңелле, яуаплы кеше. Уның тырышлығын йөрөткән автобусының таҙалығына, хәл-торошона ҡарап ҡына ла билдәләргә була. Салонда һәр ваҡыт йылы, таҙа һәм уңайлы булыуы балалар өсөн бик мөһим икәнен яҡшы аңлай ул. Хеҙмәтенә шундай иғтибарлы булған водителде уҡыусылар ҙа, коллегалары ла бик ихтирам итә.
Юлда, кем булыуыңа ҡарамаҫтан – йәйәүлеме һин, руль артындамы, ҡиммәтле сит ил машинаһында йөрөйһөңмө, әллә иҫкергән «жигули»ҙа еләһеңме, шул уҡ ваҡытта кеше алып бараһыңмы, бүрәнә ташыйһыңмы – хәүефһеҙлек, иғтибарлылыҡ бурысы берҙәй. Еңел машинала китеп барһаң да, ҡаршыңа балалар тулы автобус осрауы бар бит, ә бер салонда – нисәмә ғүмер. Шуға профессиональ водителдәр, автоһәүәҫкәрҙәр үҙен генә ҡайғыртмай, дөйөм хәүефһеҙлек тураһында ла уйланырға мәжбүр.
Бөгөнгө көндә юлдарҙағы хәүефһеҙлек көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ә инде бер ауылдан икенсе ауылға йөрөп уҡыған уҡыусы балаларҙы имен алып йөрөү нәҡ водителдең иңенә төшә. Улар өсөн ҙур яуаплылыҡ уға һалына ла инде. Был урында ата-әсәләргә лә, балаларға ла ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки Владимир Анатольевич Филиппов булғанда барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Владимир Анатольевичты ошо көндәрҙә билдәләнеп үткән һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ! Алдағы киләсәктә лә уңыштар, һаулыҡ, именлек һәм бәлә-ҡазаһыҙ юлдар теләйбеҙ!
Фото район хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнән алынды.