Аяҡтар ауыртҡанда көн һайын аяҡ табанын, тубыҡтарҙы меновазин менән ыуығыҙ.
Отит булғанда ҡолаҡтың ялҡынһыныуын бөтөрөү өсөн, мамыҡлы таяҡсаларҙы “Меновазин”ға манып алып ҡолаҡҡа ҡуйырға. Һытҡыларҙан зараланған тирене мамыҡлы таяҡсаларҙы меновазинға манып алып “яндырырға”.
Баш ауыртҡанда сикләрҙе һәм маңлайҙы ыуырға. Һалҡын тейеп йүтәлләгәндә күкрәк ситлеген һәм арҡаны ыуырға, һуңынан йылы итеп уранып ятырға кәңәш ителә.
Ангинанан, дарыуҙар менән дауаланыу менән бер рәттән, был спиртлы иретмә менән тамаҡ тирәһен ыуырға мөмкин. Тымау тейеп яфалағанда, “Меновазин”ды еҫкәп кенә лә был ауырыуҙың билдәһен бөтөрөргә була.
Иренгә герпес сыҡҡанда ауыртҡан урынға бер аҙ “Меновазин” һөртөгөҙ.
Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән дә был дарыуҙы ҡулланалар. Уны бер аҙ алып, табандан бот төбөнә ҡарай массажалап ыуырға кәрәк. Ул аяҡтың шешеүен һәм ауыр булып тороуын бөтөрөргә ярҙам итер. Төндә яҡшы йоҡлау өсөн мамыҡты манып алып, бер ҡолаҡтан икенсеһенә тиклем баштың артҡы өлөшөн ыуырға кәңәш ителә.