Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
31 Октябрь 2024, 07:30

Тәмле һөнәр эйәләре

Октябрь аҙаҡтарында Ашнаҡсылар көнө билдәләнде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға 2004 йылда нигеҙ һалынған. Тап ошо көндә барлыҡ ашнаҡсылар һөнәри байрамдарын билдәләй һәм үҙҙәренең тырышлығы, тәмле аштары өсөн икеләтә рәхмәт һүҙҙәре ишетә.Ашнаҡсы – иң тәмле һәм файҙалы һөнәр. Уның нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан уҡ таныш, ә ул бөхтәлекте, теүәллекте һәм яуаплылыҡты талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр хеҙмәт. Бигерәк тә мәктәп һәм балалар баҡсаһы ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота.

Һуңғы ваҡытта балаларҙың сифатлы туҡланыуына хөкүмәтебеҙ тарафынан да айырым иғтибар бүленә: нормативтар ҡуйыла, бешерелә торған аҙыҡ сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ һалына. Мәктәптә һәм балалар баҡсаһында туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай, уҡыусыларға мәктәп программаһын үҙләштереүгә мөмкинлек бирерҙәй булырға тейеш.
Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары Йомағужа мәктәбе ашнаҡсылары Зилә Янсаф ҡыҙы Ажибаева менән Вәлимә Исмәғил ҡыҙы Аҡҡужиналар тап ошо тәмле һәм кәрәкле һөнәр эйәләре, бына инде 32 йыл буйына үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә тоғро улар.
Зилә Янсаф ҡыҙы йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Аралбай ауылында Бибинур һәм Янсаф Боҫҡоновтарҙың тырыш, күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәпте тамамлап ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған йәш ҡыҙ ул ваҡыттарҙа эшләп торған Йылайыр ауылындағы һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәренә уҡып сыға. 1988 йылда Йомағужа егете Насырйән Ажибаевҡа тормошҡа сығып дүрт улға ғүмер бүләк итә улар. Хәҙер инде ике улы эйәле башлы булып үҙҙәре атай булғандар. Бөгөнгө көндә бәхетле ҡартәсәй менән ҡартатайҙың бер ейәне, бер ейәнсәре үҫеп килә.

Вәлимә Исмәғил ҡыҙы Аҡҡужина сығышы менән йырҙарҙа йырланған данлы Мәҡсүт ауылында Исмәғил һәм Сәлимә Такаловтарҙың ишле ғаиләһендә кесе бала булып донъяға ауаз һала. Мәктәпте тамамлап 1987 йылда Йылайырҙағы һөнәрселек үчилищеһында бухгалтер һөнәренә уҡып ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Юлдыбай совхозында башлай. Һуңынан 1992 йылда Йомағужа урта мәктәбе ашханаһына эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә үҙ һөнәренә тоғро булып тырышып эшләп йөрөй. Мөҙәрис Сәйетбаттал улы Аҡҡужин менән сәстәрен сәскә бәйләп, тубырсыҡтай дүрт малай үҫтергәндәр. Ҙур улдары Нурҙың хәҙер инде үҙ ғаиләһе бар, Вәлимә апай бер ейәнгә бәхетле ҡартәсәй ҙә булған. Аҡҡужиндарҙың улдарының береһе әлеге көндә махсус хәрби операция зонаһында. Иҙелгә һаулыҡ, рух ныҡлығы, тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Зилә һәм Вәлимә апайҙар икеһе лә бер осорҙараҡ Йомағужа ауылына килен булып төшә, хеҙмәт юлын да йәш килендәр бер йылда башлай. Шунан бирле бына инде утыҙ тиҫтә йыл үҙҙәренең тәмле аштары менән балаларҙы ҡыуандыра улар. Бөгөнгө көндә Зилә Янсаф ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнә йөрөүсе кескәйҙәр өсөн бешерһә, Вәлимә Исмәғил ҡыҙы мәктәп уҡыусыларына төрлө тәмлекәстәр әҙерләй. Яҡты, иркен, таҙа ашханала улар көн дә йылы аш, тәмле һәм файҙалы бутҡалар, турама әҙерләп балаларҙы һыйлай. Ошо апайҙарҙың яратып һайлаған һөнәре – бала саҡ хыялы. Эшен, бар күңелен һалып башҡарғанға күрә, аш-һыуы икеләтә тәмлерәк килеп сыға уларҙың. Әйткәндәй, икеһе лә бишенсе разрядлы ашнаҡсы.
– Меню райондың мәғариф бүлеге технологы тарафынан ун көнгә төҙөп ебәрелә. Уға ярашлы балаларға көн дә йылы аш, файҙалы бутҡа, төрлө турамалар әҙерләйбеҙ. Һәр ризыҡ тәмле килеп сыҡһын, балалар яратып ашаһын тип тырышабыҙ. Үҙ эшебеҙҙе яратабыҙ, – тип йылмая ашнаҡсы апайҙар.
Ашнаҡсы – һәр ваҡытта ла иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булды һәм буласаҡ та. Ашхана хеҙмәткәрҙәренә балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә рәхмәтле. Егәрлелек, яуаплылыҡ һәм етеҙлек талап иткән был һөнәр бер ҡасан да үҙ баһаһын юғалтмай. Шуға күрә лә уларҙың хеҙмәтен хөрмәт итеп, үтеп киткән байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Тәмле һөнәр эйәләре
Тәмле һөнәр эйәләре
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас