Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь , 09:25

Вәғәҙәләргә тоғро ҡалып

Йомағужа ауылында иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер иткән ғаиләләр бихисап. Көмөш, алтын туйҙарын билдәләгән ауылдаштарым да байтаҡ. Ә инде гәүһәр туйҙарын билдәләү бик һирәктәр өлөшөнә генә эләгә шул. Бөгөнгө һүҙем шундай ғаиләләрҙең береһе Хәйҙәр менән Зәйфә Хәсәновтар тураһында булыр.

Тәбиғәттең хозур мөйөшөн төбәк иткән ауылымдың ҡап уртаһында әллә ҡайҙан балҡып, тирә-яҡҡа нур сәсеп ултырған бейек, матур йортта көн итә Хәсәновтар. Йорттоң төҙөклөгөнә ҡарап ҡына ла бында эшһөйәр, уңған ғаилә йәшәгәнен күҙалларға мөмкин.
Йорт хужаһы Хәйҙәр ағай Йомағужа ауылында Мөхитдин менән Сәғиҙә Хәсәновтар ғаиләһендә 1939 йылда донъяға килә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тап килеп, аслыҡты, яланғаслыҡты ла үҙ иңдәрендә татырға тура килә уға. Бөйөк Ватан һуғышына киткән атаһы хәбәрһеҙ юғала. Ғаиләнән береһенән-береһе бәләкәй өс бала етем ҡала. Яңғыҙ ир бала булғанғамылыр, Хәйҙәр ағай йүнсел, эшкә тилбер егет булып буй еткерә.
Мәктәпте тамамлағас, колхозда төрлө эштәрҙә эшләй, Юлдыбайҙа тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Әрме сафтарында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта.
Бер аҙ механизатор булып эшләгәндән һуң уны ауыл Советына секретарь итеп һайлайҙар. 15 йыл эшләгәндән һуң бухгалтер булып китә. 36 йыл эшләй Хәйҙәр ағай ауыл советында һәм ошонан хаҡлы ялға сыға.
Зәйфә апай Байғужа ауылында тыуып үҫә һәм ошо ауылда тәүбашлап мәктәпкә бара. Ҡайраҡлыға күсеп килгәс, башланғыс класты ошонда уҡып бөтә, ә инде һигеҙенсе класты Үрге Ғәлелә тамамлай. Мәктәпте тамамлау менән, Зәйфә Оморҙаҡ ҡыҙы фермаға һауынсы булып эшкә төшә.
1964 йылдың көҙөндә бер-береһен күреп-белмәгән көйө, ата-әсәйҙәренең килешеүе буйынса, Хәйҙәр ағай менән Зәйфә апай сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
Яңы ерҙә йәш килен тәүҙә совхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Бер эштән дә ҡурҡмай: фермала быҙау ҡарай, ырҙын табағында иген таҙарта. Йомағужала балалар баҡсаһы асылғас, шунда ҡарауылсы булып эшкә төшә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда хеҙмәт итә.
60 йыл ғүмер... күрешмәй-белешмәй өйләнешһәләр ҙә, Хәсәновтар иңгә-иң терәшеп, бер һүҙле, бер уйлы булып матур тормош көтәләр. Мөхәббәт емештәре булып, был өйҙә өс ул, ике ҡыҙ донъяға ауаз һала. Аҡыллы һәм уңған килен егерме дүрт йыл ҡәйнәһе менән татыу ғүмер кисерә. Һәм матур итеп бағып, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаталар Сәғиҙә инәйҙе.
Балаларын аяҡҡа баҫтырып, етеш тормошта йәшәп ятҡан Хәсәновтарҙы тормош төрлө яҡтан һынай. Ә һынауҙың иң әсеһе – бала ҡайғыһылыр ул... Типһә тимер өҙөрлөк ике улдары, Хәбир менән Фәнүрҙе юғалтыу ата-әсә өсөн тәрән йөрәк яраһына әүерелде. Ҡыҙҙары үҙ донъяларын ҡороп, балалар үҫтереп, матур итеп йәшәп, ата-әсә йортон онотмай, ҡайтып торалар. Улдары Илдар төп йортта, ата-әсәһе янында.
Хәйҙәр ағай менән Зәйфә апай балаларына, 9 ейән-ейәнсәренә, 14 бүләсәренә ҡарап ҡыуанып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп ғүмер итәләр.
Хәсәновтар әле лә бирелгән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, тәүге һөйөү утын һүрелтмәй һаҡлай. Уларҙы ауылда хөрмәт итәләр. Хәйҙәр ағай, ауылдаштарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, аяттар, йәштәргә фатихаларын биреп, никахтар уҡып, илгә именлек теләп изге доғала йәшәй.
Зәйфә апайҙы оҫта ҡуллы, уңған хужабикә, оҫта ашнаҡсы, ҡул эштәренә маһир, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше булараҡ беләләр. Килгән һәр кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршылайҙар, ихлас ҡунаҡ итәләр. Гәзит-журналдарға ла яҙылмай ҡалмайҙар, заман менән бергә атлайҙар. Зәйфә апай төрлө шиғриәт конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Уртаҡ хистәр менән йәшәйҙәр, көндәлек тормоштоң ваҡ төйәгенә тиклем бергә хәл итә улар.
Ауылымдың хөрмәтле хеҙмәт ветерандары Хәйҙәр Мөхитдин улы менән Зәйфә Оморҙаҡ ҡыҙына, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар бергә, бәхетле ҡартлыҡта, һаулыҡта ғүмер кисереүҙәрен теләргә генә ҡала. Йәшәгеҙ әле, йәшәгеҙ, ауылыбыҙҙы йәмләп Хәйҙәр ағай, Зәйфә апай!
Айгөл ШАҺИҒӘЛИНӘ, Йомағужа ауылы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: