Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь , 12:22

Ҡар "ятырмы" икән?

Әле юлдарҙың тайғаҡ булыуы бер аҙ ҡурҡыныс тыуҙыра...

Ҡар "ятырмы" икән?
Ҡар "ятырмы" икән?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы Башҡортостанда имен булмаған һауа торошо көтөлөүе тураһында хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса бөгөн кис һәм шулай уҡ 3 ноябрҙә төндә урыны менән ел секундына 25-27 метрға тиклем көсәйә.

Айырым райондарҙа епшек ҡар яуыуы, ағастарға, сымдарға һырыуы, тайғаҡ булыуы көтөлә.

Яуым-төшөм ваҡытында төндә күреү юлдарҙа мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарая. Һауа температураһы –4...+1 градус.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: