Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь , 15:59

"Ялҡау" мантыны кем эшләп ҡарағаны бар

Ханум да манты кеүек иттән һәм ҡамырҙан тора. Тик яһауы уны күпкә еңелерәк.

"Ялҡау" мантыны кем эшләп ҡарағаны бар
"Ялҡау" мантыны кем эшләп ҡарағаны бар

Ингредиенттар:

ҡамыр өсөн:
* 1 йомортҡа,
* 50-100 мл һыу,
* 1-2 аш ҡалағы май,
* кәрәгенсә он.

Эслеккә:

* фарш,
* 2 кишер,
* 2 башлы һуған,
* тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Әҙерләү:

Тығыҙ ҡамыр баҫып, уны бер аҙ йомшарһын өсөн төрөп һалып торабыҙ.

Был ваҡытта эслек әҙерләйбеҙ. Эре ҡырғыстан кишер, ваҡ итеп турап һуған ҡушып бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ.

Фаршҡа тәмләткестәр ҡушабыҙ. Ошонда уҡ ваҡ итеп турап бәрәңге лә ҡушырға мөмкин. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйгәндән һуң өҫтөнә фарш һалабыҙ. Фарш өҫтөнә ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды йәйәбеҙ. Был ҡатламдан тығыҙ рулет яһайбыҙ.

Мантоваркаға беҙ уны һалып, парҙа 40 минут бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

"Ялҡау" мантыны кем эшләп ҡарағаны бар
"Ялҡау" мантыны кем эшләп ҡарағаны бар
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: