Башҡортостанда йыл башынан һыу объекттарында һәләк булыусылар һаны 37 кешегә кәмегән. Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 1 ноябрҙән «Йоҡа боҙ» ведомство-ара иҫкәртеү операцияһы башланды.
«Был көҙгө-ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство етәксеһе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» көндәрҙең һалҡынайтыуына бәйле Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренең янғындарҙы иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар күреүе хаҡында хәбәр иткәйне.