Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 16:14

Ээх тәмле гөбәҙиә...

Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!  

Ээх тәмле гөбәҙиә...
Ээх тәмле гөбәҙиә...

Ярты ҡап маргаринды он менән ыуып, бер аш ҡалағы ҡуйы магазин ҡаймағын һалабыҙ. Ҡаймаҡҡа балғалаҡ башына ғына сода эләктереп ҡушабыҙ.

Бер йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, ярты стакандан әҙерәк әсегән һөт, бер ус тирәһе үҫемлек майы, он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.

Ошо килеш ҡамыр ял итеп алһын.

Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ ҙә йәйеп табаға һалабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә башта ике аш ҡалағы аш ҡалағы ирегән аҡ май һалабыҙ. Бешкән дөгөнө йоҡа итеп йәйеп һалабыҙ. Дөгө өҫтөнә ҡыҙыл эремсек йәйәбеҙ. Эремсек өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ.

Унан йәйә дөгө, йәнә май һалабыҙ. Бүрттергән йөҙөм йәйәбеҙ. Уның өҫтөнә бешкән, иҙелгән йомортҡа йәйелә.

Бына гөбәҙиәнең өҫтөн ябырға ваҡыт етте. Матур итеп ситен бөрөп ҡуябыҙ. Матур булһын өсөн май менән ондо иҙеп, шуны һибергә була. Өҫтөн ипләп кенә тишеп алабыҙ.

Әҙер гөбәҙиәне уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала 1 сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. 

Сығанаҡ: https://dairagazite.ru/articles/common_material/2022-03-13/g-b-i-2725960 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: