+1 °С
Болотло
Сөсикмәктең шуныһы уңайлы, уның ҡабарғанын көтөп тороу кәрәкмәй...
Әҙерләү ысулы: 500 грамм кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалабыҙ. Бер балғалаҡ тоҙҙо ҡайнар ярты стакан һыуҙа иретеп ҡушабыҙ, ярты стакан көнбағыш майы йәки 2-3 ҡалаҡ һары май һәм иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғас, уртаһынан тишкесләп сығырға. 180 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәттә бешеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.