– Айгөл, ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырып үтһәң ине, беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙҙы.
– Мин Йомағужа ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә беҙ өс бала бер туғандар, тағын да тәрбиәгә алған ике апайым да бар. Үҙемде бик матур, мәртәбәле ғаиләнән булыуым менән ғорурланып әйтә алам, сөнки атайым Салауат Йәнғәле улы бар ғүмерен Йомағужа урта мәктәбендә балаларға белем биреү менән бер рәттән, хәҙерге ваҡытта яуаплы эш – директор вазифаһында эшләй. Әсәйем инде, Таңһылыу Мәүлитдин ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләп, бөгөнгө көндә йортобоҙҙоң йылы усағын һаҡлаусы уңған хужабикә. Шул йортта иркәләнеп, иң яратҡан ҡыҙҙары булып үҫкән бәхетле бала сағым өсөн, яҡшы тәрбиә биреп, аҡыллы, уңған ҡыҙ итеп үҫтергәндәре өсөн атайым менән әсәйемә ҙур рәхмәтлемен.
– Мәктәп йылдарында һин ниндәй уҡыусы булдың?
– Үҙемдең мәктәптә уҡыған саҡтарымды һағынып, йылы тойғолар менән иҫкә алам. Тырыш, әүҙем уҡыусы булдым, беҙҙең класты алып әйткәндә лә иң актив кластарҙың береһе беҙ булдыҡ. Мәктәптә уҙғарылған барлыҡ сараларҙа класым һәм үҙем ҡатнашҡан мәлдәр миңә ҡәнәғәтлек килтерә ине.
– Ниндәй уҡыу йортон тамамланың?
– Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында география бүлеген тамамланым, географ һөнәренә эйә булдым.
– Баласағыңда ниндәй хыялдар менән йәшәнең?
– Баласаҡтан мин киләсәгемде ниндәйҙер бер сәйәхәт менән бәйле һөнәр эйәһе булырға тип хыялландым. Телевидение донъяһында ла эшләп ҡарарға теләгем ҙур булды. Сөнки баласаҡтан «Тамыр» телеканалын бик яратып ҡарап үҫтем. Хыялдар тормошҡа аша тигәндәй, Башҡортостан телевидениеһының тап шул «Тамыр» каналында редактор булып эшләп, тәжрибә туплап, баласаҡ хялымды тормошҡа ашырырға насип булды ла инде. «Байтус», «Ал да, гөл», «Сәңгелдәк» кеүек тапшырыуҙар минең ҡул аҫтымда сығарылды. «Юлдаш» радиоһында ла алып барыусы булып эшләп үҙемде һынап ҡараным.
– Айгөл, яңыраҡ бик үҙенсәлекле байрам – Халыҡ-ара КВН көнө билдәләнде. Һинең ошо өлкәлә лә бик әүҙем эш алып барғаның билдәле, шунлыҡтан тәү сираттан ошо байрам менән һине тәбрикләйем, ғүмерең тик сағыу, яҡты хәтирәләргә бай булыуын теләп ҡалам. Беҙҙең гәзитте алдырыусы укыусыларыбыҙға КВН һинең тормошоңда нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләп утмәҫһеңме?
– КВН менән мин Сибайҙа уҡып йөрөгән сағымда «тап булыштым» тип әйтәйем. Үҙебеҙҙең Йылайыр районының «Әннәгиҙергеннәйем» командаһының ҡыҙҙарына рәхмәтлемен, тап улар мине тәү тапҡыр Бөрйән районында үткән сарала ҡатнашырға саҡырҙылар. Шунан башланды ла инде минең КВН-ға һөйөүем. Студент сағымда үҙемдең КВН командаһын булдырыуға өлгәштем. Минең идеяларымды уртаҡлашып, мине ихтирам иткән ҡыҙҙарыма рәхмәт әйткем килә, сөнки тик улар менән берлектә генә «Ыстағафирулла» КВН командаһын булдырҙыҡ. «Кубоктар лигаһы»ның икенсе миҙгелендә үк кубок алыу минең өсөн дә, командам өсөн дә иң шатлыҡлы мәл булғаны бөгөнгөләй хәтеремдә.
– Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында өлкән вожатый һәм география уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа ла Башҡортостанда киң билдәле булған «Кендек» командаһының автор-етәксеһе булып эшемде дауам иттем. Укыусыларым менән берлектә дәртләнеп, янып-көйөп, төп эшемдә лә һанатмай эшләй алғаныма бик шат инем ул саҡта. Фәҡәт балаларға булған һөйөүем, улар менән еңел аралаша алыуым, балаларҙы ихлас яратыуым командамды беренсе йылда уҡ чемпионлыҡҡа сығарырға булышлыҡ итте. Әлеге ваҡытта минең ҡарамағымда дүрт команда бар, уларҙың авторҙары булараҡ бар тырышлығымды һалып КВНда эшләүемде дауам итәм. Бар күңелемде, бар көсөмдө һалып эшләгән эшем һөҙөмтәһеҙ булмаҫ, киләсәктә лә балалар ҙур еңеүҙәре менән ҡыуандырасаҡтарына шигем юҡ. Мин үҙемде бик бәхетле итеп тоям, сөнки, ихлас, эскерһеҙ балалар менән эшләүе үҙе ҙур бәхет, уларҙың ижади яҡтан үҫешеүҙәрендә ҡатнаша алыуым менән ифрат ныҡ шатмын.
– КВН донъяһында булған тағы ниндәй мәлдәр һинең уйыңса иң иҫтәлекле, иң мөһим ваҡиға булып ҡалды?
– Айырып әйтеп үткем килә, минең өсөн тағы ла иң мәртәбәле мәл булып, ул инде Стәрлетамаҡ «Филпром» командаһы составында өс тапҡыр Сочи ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара КВН фесивалендә сығыш яһауым. Үҙен ысын КВН уйынсыһы тип һанаған кеше өсөн был фестивалдә сығыш яһау бик кәрәкле, мөһим эштәрҙең береһе, сөнки юғары рейтинг алғандан һуң ғына «Үҙәк лигаһына» юл асыла. Ә инде был юлда юғары команда вәкилдәре менән танышыу, уларҙан тәжрибә алыу, улар менән бер сәхнәлә сығыш яһау тормошомдоң тағы ла бер матур мәлдәре булып хәтерҙә ҡаласаҡ. «Үҙәк лигаһы» уйындарында ҡатнашып мин ярты Рәсәйҙе урап сыҡтым. Бәлки баласаҡтағы сәйәхәткә бәйле хыялым ошолай ҡабул булғандыр.
– Әлеге ваҡытта ҡайҙа эшләп йөрөйһөң, Айгөл?
- Хәҙерге ваҡытта «Өфө» аэропортының бизнес-авиация өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөйем.
– Айгөл әңгәмә өсөн һиңә бик ҙур рәхмәт. Алдағы тормошоңда ла тик уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын үҙеңә. Һүҙҙе тамамлап үҙең кеүек дәрт-дарманы ташып торған, бар ергә лә өлгөргән йәштәргә ниндәй теләктәрең булыр?
– Бар нимә беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа, әгәр алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һалһаҡ, барыһы ла беҙ уйлағансы буласаҡ. Шуның өсөн йәштәргә тормош юлдарының киң һәм еңел, хыялдарының сағыу, матур булыуын теләйем.