Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь , 11:01

Өмәләрҙе яратмайым

Бына ошолай тип зарланған ир-уҙамандың яҙмаһынан бер өҙөк...

Өмәләр тураһында һүҙ сыҡҡас, мин дә яҙырға булдым. Кемдәргәлер өмә мәле күңелле мәшәҡәтле мәл, әлбиттә. Ә бына минең өсөн ошо миҙгел ҡара көндәргә әйләнә. Сөнки ҡатыным эсергә ярата һәм өмәләр ваҡыты етеү менән өйҙән-өйгә йөрөп ҡаҙ йолҡоу һылтауы менән бөтөнләй бәйҙән ысҡына. Үҙе эшкә әрһеҙ, бер кемгә лә юҡ, тип әйтә белмәй. Өйөндә эшләмәй, ә бына кешегә бөтә көсөн, күңелен һалып хеҙмәт итергә ярата инде, нишләйһең. Ярай ҙа ҡаҙын йолҡоп бөтөп, ашап-эсеп тиҙ генә ҡайтһа. Юҡ шул, беҙ балалар менән йоҡларға ятабыҙ, сәғәт төнгө дүрт, ике булып китә ул юҡ. Бер көн сәғәт таңғы алтыла ҡайтты. Ҡайҙа йөрөнөң, тип һораһам, яңылыш йоҡлап киткәнмен, тип аҡлана. Үҙем йыуашмын күрәһең, кеше ирҙәре һымаҡ ҡаты ҡуллы була алмайым.

Ике йыл элек, шулай ошо ваҡыттараҡ оҙаҡ ҡайтмағас, ауыл буйлап эҙләп киттем. Бер өйҙә ҡунаҡ булып ултырышалар, ирҙәр ҙә бар. Йәнем көйөп китеп эсенә типтем, ныҡ эләккән, һейҙек ҡыуығы шартлаған. Ҡатынды балнисҡа һалдылар, мине полиция алып китте. Саҡ ултыртманылар. Силсәүиттән яҡшы характеристика биреп, ауыл халҡы мине яҡлап сығыш яһаны. Ә мин ултырһам, ул балалар нимә эшләй. Биш балабыҙ бар, өлкәне инвалид, бәләкәскә өс йәш. Балаларҙы уйламай, үҙем пенсияламын.Ҡыҙыҡай һөйләшмәй, уны дауаханаға алып йөрөтөргә кәрәк. Инвалид бала булғас үҙемә оформлять итеп, пенсияға илле йәштән сыҡтым. Улымдың пенсияһына һәм минекенә йәшәйбеҙ. Ә ул әле йәш, ҡырҡ биш кенә була.

Бер нисек тә тыңлатып булмай, дауаланырға теләмәй. Ошо эскелеге арҡаһында "Әсәлек миҙалынан" тороп ҡалды. Улым әйтә, әйҙә айырым сығайыҡ, йә уны ҡыуып сығарайыҡ, ти. Сөнки урамда йөрөүе оят, әсәйең тегендә, әсәйең бында эсеп йөрөй, тип уға әйтәләр. Балалар менән шөғөлләнмәй, ике өлкән ҡыҙҙы миңә ҡаршы ҡоторта. Уларҙың да һалырға яратыуы һиҙелә, ҡаршы һүҙ әйтеп булмай, өҫтөмә менеп баралар. Ауылда үҙе кеүек бер-нисә ҡатын бар, бергәләшеп эйәртенешеп йөрөйҙәр. Өмәгә барып бушлай эшләп ҡайта, исмаһам, һәр өйгә барған һайын берәй ҡаҙ,Ю йә аҡса алып ҡайтһа файҙаһы булыр ине,юҡ шул. Хәҙер һуғымдар башлана, унда ла шул уҡ хәл. Ауыл буйлап эсәк йыуырға сығып китәсәк.

Әйткәндәй, мин үҙем бер грамм да эсмәйем. Һуң ғына өйләндем, ата-әсәйем димләп алып бирҙе сит райондан. Ул шул уҡ ваҡыттан уҡ эскән икән, ата-әсәһе нисек ҡотолорға белмәй, миңә биреп кенә ҡотолдолар. 1993 йылдан бирле эскән ҡатын менән ҡаңғырам, нимә эшләргә миңә, башым ҡатты.
Таһир булам, ауылымды күрһәтмәйем. Кешеләр былай ҙа таныр, тип уйлайым.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: